Рух
+17 °С
Дождь
Мәҙәниәт
23 Мая 2025, 04:44

Башҡортостанда "Айыҡ ауыл-2025" конкурсы тамамланды: ауырғазылар тағы ла еңде

15 май Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләү церемонияһы үтте. Төбәктең иң яҡшы 12 ауылы араһында Ауырғазы районының Исмәғил ауылы ла бар.  Улар «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды.

Башҡортостанда "Айыҡ ауыл-2025" конкурсы тамамланды: ауырғазылар тағы ла еңдеБашҡортостанда "Айыҡ ауыл-2025" конкурсы тамамланды: ауырғазылар тағы ла еңде
Башҡортостанда "Айыҡ ауыл-2025" конкурсы тамамланды: ауырғазылар тағы ла еңде

Ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов сәләмләне. РФ Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев төп наградаларҙы тапшырҙы.

Исмәғилевтар төҙөкләндереү өсөн дүрт миллион һумлыҡ сертификат алды. Был әүҙемлек, берҙәмлек һәм ауыл тормошон яҡшыртыу теләге арҡаһында мөмкин булды. Аҡсаға ауыл халҡы спорт майҙансығы төҙөргә ниәтләй.

- Беҙ еңеүгә ышандыҡ. Сөнки бер кем дә ситтә ҡалманы, барыһы ла ярҙам итте. Айырыуса ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре, ҡаҙанлыҡ операторҙары. Беҙҙең өсөн тауыш биргән вайымһыҙ булмаған кешеләр ҙә үҙ өлөшөн индерҙе. Һәр кемдең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был бәләкәй ватаныбыҙҙың үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Барығыҙға ла рәхмәт! Бергә беҙ - көс! - тип тәьҫораттары менән Исмәғил ауыл советы хакимиәте башлығы Илфат Ғәзизов уртаҡлашты.

Исмәғилдәргә рухи күтәренкелек өҫтәп, Өфөгә райондың йыйылма сыуаш ансамбле килде. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альбина Йәлилова етәкселегендәге «Шатлыҡ» өлгөлө-хореография ансамбле концерт программаһында сығыш яһаны.

Финал этабында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла 200 мең һум премия алды. Шулай уҡ республика шифаханаларына махсус бүләктәр — путевкалар һәм РФ Дәүләт думаһының, төбәк министрлыҡтарының һәм ведомстволарының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Исмәғил ауылы халҡы мәҙәни – күмәк саралар үткәреүҙә, спорт ярыштарын, халыҡ уйындарын ойоштороуҙа әүҙем булды, район һәм республика сараларынан ситтә ҡалманы. Улар күрше райондарҙы ла саҡырҙы, үҙҙәре лә уларға барҙы. Иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрҙеләр, өмәләргә берҙәм сыҡтылар. МХО-лағы яҡташтарға ярҙам итеүҙән дә улар ситтә ҡалмай: маскировка селтәрҙәре, ойоҡбаш бәйләйҙәр, татлы посылкалар әҙерләйҙәр һ. б.

Бөгөн беҙҙең районда «Айыҡ ауыл» исемен өс еңеүсе тораҡ пункты лайыҡлы йөрөтә. 2021 йылда шулай уҡ «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында икенсе урынды Мораҙым ауылы яуланы, ә былтыр Степановка ауылы «Урта тораҡ пункттар» номинацияһында икенсе булды. Улар өсәр миллион һум алды, был ауылдарҙа заманса спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Айыҡ ауыл» конкурсы тәүге тапҡыр 2011 йылда уҙғарылды. 2020 йылдан ул Башҡортостан башлығы гранттары фондынан ярҙамында тормошҡа ашырыла. Конкурстың төп бурыстары элеккесә ҡала - сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереү, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, йәшәйешкә дөрөҫ ҡараш булдырыу һәм изге эштәргә дәртләндереү.

Башҡортостан башлығы указы буйынса уҙған йылдан приз фонды 48,4 миллион һумға тиклем артты. Еңеүселәр 1,5-6 миллион һум күләмендә премия ала.

Башҡортостанда "Айыҡ ауыл-2025" конкурсы тамамланды: ауырғазылар тағы ла еңде
Башҡортостанда "Айыҡ ауыл-2025" конкурсы тамамланды: ауырғазылар тағы ла еңде
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас