"Атайсал, барыһы ла Еңеү өсөн" һәм "Атайсал киләсәге. Флагманы молодежи" стратегик сессияларында нисек итеп сифатлы саралар уҙғарырға тигән һорауға яуап эҙләнеләр. Спикерҙар сығышында түбәндәгеләр айырыуса ҡыҙыҡ булды:
- Һамар өлкәһенән килгән Кристина Гнатюк Волга буйы федераль округының "iВолга" йәштәр форумы тураһында һөйләне,
- Яҡташыбыҙ, Губкин университетынан килгән Артем Еремеев иһә буласаҡ инженерҙарға хәҙерге заманға яраҡлашҡан "Месторождение" студент форумы үткәреү үҙсәнлеге тураһында бәйән итте,
- Линар Ғәлиндың "Олотау" йыйынын уҙғарыу тәжрибәһе айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Быйыл етенсегә уҙған мини-футбол буйынса фестиваль тураһында беҙ гит биттәрендә даими яҙабыҙ. Ауылды үҫтереү йәһәтенән бик яҡшы сара булған был йыйын йылдан-йыл популярлаша бара. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа онотолмай - ике йыл рәттән гүзәл зат командалары көс һынаша. Ғаилә менән килеүселәргә әүҙемлек майҙансыҡтары ойошторола. Ҡунаҡтар палаткаларҙа урынлаша, кистәрен усаҡ янында йырлы тамаша кеүек матур саралар ҙа уҙа. Барыһы ла ойоштороусыларҙың үҙ көстәре менән башҡарыла, әле быйылғы ярышҡа бағымсы эҙләйҙәр. Планда - 2027 йылға тиклем "Олотау йыйыны"н ауыл командалары араһында мини-футбол буйынса халыҡ чемпионаты статусына еткереү.
- "Marycool" компанияһынан Мария Кулагинаның сығышы ла һөҙөмтәле булды. Интенсив мәлендә ул күләмле сараларҙы үткәреүҙең һөҙөмтәле практикалары тураһында төшөндөрҙө.
Был көндө ун майҙансыҡта ҡунаҡтар республика халҡы башланғысы менән ойошторолған проекттар һөҙөмтәләрен тикшерҙе, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса үткән йылдағы эштәргә йомғаҡ яһаны, шулай уҡ яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен барланы. Бөгөн кешеләрҙе айырыуса берләштергән махсус хәрби операцияға ярҙам темаһы форумда ныҡ күрһәтелгән ине. "Барыһы ла Еңеү өсөн" күргәҙмәһе ойошторолдо, тематик секциялар эшләне.
Сара асыҡ дискуссия майҙансығы менән тамамланды, унда "Атайсал" проекты инициаторы, БР Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.