Мәҙәниәт
13 Мая 2025, 08:58

Һабантуй ҡасан буласаҡ?

Башҡортостанда 2025 йылда Һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Һабантуй ҡасан буласаҡ?Һабантуй ҡасан буласаҡ?
Һабантуй ҡасан буласаҡ?

Тейешле указға 2025 йылдың 7 майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ төбәктең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған: .npa.bashkortostan.ru/46130/.

 

 

Тәүге һабан байрамдары 31 майҙа Ауырғазы, Бишбүләк, Йылайыр, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы, Яңауыл һәм Шишмә райондарында үтәсәк.

 

Республиканың башҡа райондарында һабантуйҙарҙы июндә үткәреү планлаштырыла.

 

19 июлдә Белорет районы халҡы халыҡ күңел асыуҙарын тамамлай. Республиканың барлыҡ 54 районында ауыл хужалығы производствоһы алдынғыларын тәбрикләү тантанаһы үтәсәк.

Байрам программаһында-спорт ярыштары, уҡтан атыу, көрәш һәм, әлбиттә, ат сабыштары.

 

Әйткәндәй, республикала һабантуйҙар айыҡ-байрам үткәрелгән биләмәләрҙә алкоголь һатыу тыйылған.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас