Уның менән хушлашыу шишәмбе, 29 апрелдә, 10.00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтәсәк. Актерҙы тыуған яғында - Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында ерләйәсәктәр.
«Мөхәббәт тураһында йыр»ҙа Илһам, «Уның дуҫтары»нда Володя роле менән башланған уңышлы ижад юлы Мәскәү артистарынан да ҙурыраҡ танылыу яулауға килтерә. Тамашасылар театрға «Ғафаровҡа» тип йөрөй. Ул ысын-ысынлап республиканың милли сәхнә феномены булып китә.
Уның иң әһәмиәтле эштәренең бер нисәһе; «Тиле йәшлек»тә Зөлҡәрнәй, «Лиола»ла Лиола, «Ғәлиәбаныу»ҙа Хәлил, «Ғәлиә»лә Заһир, «Рәйсә + Фәйзи»ҙә Фәйзи... Эйе, бик күп ролдәр халыҡ күңелендә ҡалды. Ә Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙон баласаҡ» повесына инсценировкала Мәрәһим роле өсөн Фидан Сафа улы С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Х.Мөдәрисовтың «Бәхет хаҡы» спектакле сәхнәлә 13 йыл бара – был театрҙың абсолют рекорды. Бында Ф.Ғафаров композитор Зариф ролен асыҡ, тасуири, сағыу һәм, әлбиттә, һөнәри яҡтан юғары кимәлдә башҡара.
Талантлы актер ҡабатланмаҫ тауышлы йырсы ла. Уның уникаль тауышы, сәхнәләге ролдәрҙә лә башҡарған йырҙары легендар, халыҡ һөйөүен яулаған музыкаль әҫәрҙәр. Композитор Рим Хәсәновтың «Өфө йүкәләрен» белмәгән кеше юҡтыр! Ә «Ҡышҡы романс», «Оҙаҡ торҙо атым, сапманы», «Һиңә килдем, иркәм», «Ишкәксе йыры» һ.б.
2017 йылда Фидан Ғафаров С.Юлаев ордены, 2022 – Халыҡтар дуҫлығы ордены, 2019 йылда – «Ал да нур сәс халҡыңа!» Бөтә джонъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалы менән бүләкләнде.
Маэстро, театр легендаһы, башҡорт эстрадаһы феномены, миллиондарҙың яратҡан кумиры, бәхил булығыҙ!
Һеҙ мәңге халыҡ күңелендә!