Элек-электән ауыл халҡының йыйылып уйындар ойоштороу урыны булған Баҡыш тауында тирмәләр ҡоролдо, самауырҙар ҡайнаны, ҡорбан итенән тәмле былау бешерелде.
Бында ситтән дә ҡунаҡтар, ауылда тыуып үҫкән кешеләр бер-береһе менән осрашып аралашты. Мораҙым һәм Төрөмбәт ауылының мәҙәниәт йорттары хеҙмәкәрҙәре моңло йырҙары менән байрам кәйефе өҫтәне. Бала-саға рәхәтләнеп йүгерешеп уйнаны, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты – тау башы гөрләп торҙо.
Сараның бағыусыһы — махсус хәрби операцияла ҡатнашып, әлеге ваҡытта реабилитация үтеүсе Фидан Ғафуров. Ауылдаштарына ҙур рухи бүләк яһаны. Уның туғандары самауыр сәйе һәм ҡаҙан былауы менән бар ҡатнашыусыларҙы һыйланы.
Ауыл хакимиәте башлығы Венер Мансур улы байрамды асып, уйындың боронғо тарихлы булыуының әһәмиәтен билдәләне, Фидан Мирза улына Рәхмәт хаты менән бүләк тапшырҙы.
Ярышта Яңауыл, Иҫкеауыл, Вәлит, Аръяҡ, Иҫке Йорт урамдары һәм Төрөмбәт ауылы командалары ҡатнашты. Сәмле уйын янында ҡыҙыҡһынып күҙәтеүселәр ҙә күп булды. Беренсе урынды — Төрөмбәт, икенсене — Вәлит, өсөнсөнө — Иҫке Йорт урамы командаһы яуланы. Фәнгиз Әйүпов иң мәргән уйынсы булып танылды. Ҡатнашыусыларҙың иң өлкәне Сынтимер Сафин махсус приздар менән бүләкләнде.
Башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө саралары спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә. Әлеге заманда төп маҡсат- балаларға хәрәкәт талап иткән уйындарҙың файҙаһын күрһәтеү, уларҙы вируаль донъянан ситләштереп, халыҡ традицияларына ылыҡтырыу ҙа. Мораҙымдар ошоларҙы күҙ уңында тотоп, ҙур эш башҡарыуҙы дауам итәләр.
Доньялар тыныс булһын, МХО – нан бөтә егеттәрҙең дә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, ти улар.