Мәҙәниәт
7 Апреля 2025, 09:58

ZAINETDIN менән бер сәхнәлә!!!

Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Өфөлә ҙур сәхнәгә ҡурай менән сыҡты!

ZAINETDIN менән бер сәхнәлә!!!ZAINETDIN менән бер сәхнәлә!!!
ZAINETDIN менән бер сәхнәлә!!!

Яҙғы каникул Таһир Рәхимов өсөн иҫтәлекле булды. Ул әсәһе менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залына ZAINETDIN концертына бара.

Концерт бик юғары кимәлдә, шәп үтә. Һәм туп-тулы тамаша залы алдына, сәхнәгә Таһирға ла сығыу бәхете тейҙе. Ул ҡурайҙа уйнап, тамашасыларҙы ла, Зәйнетдинде лә һоҡландыра. Әлбиттә, бик ныҡ тулҡынландырғыс ваҡиға!

Башҡортостандың халыҡ артисы, дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов, параспортсы, блогер, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Нәбиев һәм, әлбиттә, Зәйнетдин менән уҡыусы иҫтәлеккә фотоға ла төшөп өлгөргән.

Таһирҙың әсәһе социаль селтәрҙәр аша Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Фәим Ғайсинға хеҙмәте өсөн оло рәхмәтен белдергән.

Фәим Салауат улы әйтеүенсә, Таһир бик һәләтле уҡыусы,

  • Икенсе йыл ҡурай класына йөрөй. Концертта бик матур сығыш яһаны. Көйҙәрҙе тап-таҙа итеп уйнап күрһәтте. Тырыш, каратэ менән дә шөғөлләнә.

Афарин, Таһир! Уҡыуыңда ла, музыка һәм спорт өлкәһендә лә уңыштар һиңә!

ZAINETDIN менән бер сәхнәлә!!!
ZAINETDIN менән бер сәхнәлә!!!
ZAINETDIN менән бер сәхнәлә!!!
ZAINETDIN менән бер сәхнәлә!!!
ZAINETDIN менән бер сәхнәлә!!!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас