Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль , 12:41

Мораҙымда патриотик концерт үтте

Мораҙым ауылының Мәҙәниәт йортонда «Йөрәктәрҙә еңеү яҙы» тигән баш аҫтында театрлаштырылған тамаша бик күп ауыл халҡын йыйҙы. Ул Еңеүҙең 80-йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған «Үткән быуын геройҙары өсөн» («Zа героев былых времен») патриотик концерттар циклы сиктәрендә үтте.

Мораҙымда патриотик концерт үтте
Мораҙымда патриотик концерт үтте

Мораҙым һәм Михайловка ауылдарының үҙешмәкәр артистары, уҡыусылар күңелдәрҙе тетрәндерерлек номерҙар әҙерләгән. Мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе ойоштороусыһы Гөлназ Фәйзуллина тырышлығы менән әҙерләнгән тамаша һуғышҡа тиклемге тыныс, һуғыш осорондағы дәһшәтле йылдарҙың ауыр ауыл тормошон күҙ алдына баҫтырҙы.

Сәхнәнән киң билдәле, шулай ҙа тыңлаған һайын өлкән йәштәгеләрҙең күҙ йәштәрен сығарған хәрби йырҙар, шиғырҙар яңғыраны.

Район Мәҙәниәт һарайының мәҙәни ойоштороусыһы Иншар Вәлитов «Беҙ һуғыш тураһында шиғырҙар менән һөйләйбеҙ...» район конкурсы еңеүселәре Альмира Батталоваға, Лиана Ҡунаҡҡоловаға, Любовь Золотареваға дипломдар тапшырҙы. Кисә аҙағында Иншар Юлай улы йыр башҡарҙы, махсус хәрби операциянан ир-аттарыбыҙҙың тиҙерәк Еңеү менән әйленп ҡайтыуҙарын теләне.

Мораҙымда патриотик концерт үтте
Мораҙымда патриотик концерт үтте
Мораҙымда патриотик концерт үтте
Мораҙымда патриотик концерт үтте
Мораҙымда патриотик концерт үтте
Мораҙымда патриотик концерт үтте
Мораҙымда патриотик концерт үтте
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: