Был акцияға быйыл эшҡыуар Илнур Хөббөтдинов, Кәлсер мәктәбе педагогтары һәм уҡыусылары, Кешәнле ауылы халҡы йыйылды.
Акцияның маҡсаты - балыҡтарҙы боҙ аҫтында тонсоғоуҙан һаҡлау. Февраль һәм март айҙарында ҡалын боҙ ҡатламы һыуға кислород үтеп инеүенә ҡамасаулай. Кешеләр боҙҙа мәкеләр уя, уның аша һауа инә.
Ҡатнашыусылар «ҡарлы ҡырмыҫҡа оялары» технологияһын ҡулланып, тишектәр яһаны. Уның асылы шунда: башта тишек яһала, уны яртылаш ҡар менән күмәләр, һуңынан еүеш ҡарҙан «ҡойо» эшләйҙәр, уны ҡаты ҡар киҫәктәре менән ҡапҡас кеүек ҡаплайҙар. Ошо конструкция шулай уҡ ҡар менән ҡаплана. Былай эшләгәндә, һыуҙы боҙ ҡатламы тиҙ генә ҡаплай алмай.
Акцияның иң кескәй ярҙамсылары балалар баҡсаһынан килде. Улар оялар яһарға ла, һыуға балыҡ ебәреүгә лә булыштылар.
— Был эш тәбиғәтте һаҡлау менән бергә балаларҙы тәрбиәләүҙә лә мөһим әһәмиәт уйнай. Кескәйҙән үк тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға өйрәтәбеҙ, - ти ойоштороусылар.