Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Февраль , 13:50

Абруйлы ғалимәгә бүләк тапшырҙылар

Яҡташыбыҙ, Мораҙым ауылында тыуып үҫеп, ошондағы мәктәптә белем алып, хәҙер инде абруйлы ғалимә булған филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаға 89 йәш тулды.

Абруйлы ғалимәгә бүләк тапшырҙылар
Абруйлы ғалимәгә бүләк тапшырҙылар

Ошо уңайҙан районыбыҙ хакимиәте етәкселәре Өфөгә барып, хөрмәтле ғалимәне ҡотланы. Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов, яҡташыбыҙҙың ғилми һәм мәҙәни мираҫына ҙур баһа биреп, уның районыбыҙ үҫешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе һәм районыбыҙҙың юғары наградаһы – «Ауырғазы районы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» отличие билдәһен тапшырҙы. Михайловка ауыл хакимиәте башлығы Венер Мансур улы ла ауылдаштары исеменән ҡотлауҙар һәм изге теләктәр еткерҙе.

«Бөгөн коллегаларыбыҙ менән билдәле яҡташыбыҙ, башҡорт ғалим-фольклорсыһы, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершинала ҡунаҡта булдыҡ. Ошо матур көндә ул үҙенең 89-сы тыуған көнөн билдәләй.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙының исеме һәм уның күп йыллыҡ эшмәкәрлеге менән фәнни фекерҙең яңы йүнәлештәрен үҫтереү, бик күп талантлы фольклорсылар плеядаһын тәрбиәләгән абруйлы мәктәптең формалашыуы бәйле.Фән һәм мәҙәниәт үҫешенә том өлөш индергәне өсөн Фәнүзә Айытбай ҡыҙы бик күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, улар араһында «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы» һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры. Бынан тыш, ул Башҡортостандың Берҙәм Реестрын булдырыу буйынса Эксперт советы ағзаһы булып тора. Бөгөн ошо наградаларға тағы бер миҙал — «Ауырғазы районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» отличие билдәһе өҫтәлде. Хөрмәтле Фәнүзә Айытбай ҡыҙын тыуған көнө һәм награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, оптимизм һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!» – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә ошо сәфәр тураһында Арслан Нәзир улы.

«Фәнүзә Айытбай ҡыҙы көтөлмәгән, ләкин ихлас һәм күңелгә ятышлы был ҡотлауҙарҙан ихлас тулҡынланды. Ул рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, үҙенең ҡиммәтле әҙәби мираҫын – автографлы китаптарын ҡунаҡтарға бүләк итте. Ҡәҙерле Фәнүзә Айытбай ҡыҙы! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, илһам һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ. Ғилем юлында сағыу йондоҙ булып балҡып, киләсәк быуындарға рухи байлыҡ өләшеүегеҙҙе дауам итегеҙ!» – тип Факил Дилмөхәмәтов ауылдаштары исеменән «Ауыл йәме -кешеләр»төркөмөндә хөрмәт белдерҙе.

Абруйлы ғалимәгә бүләк тапшырҙылар
Абруйлы ғалимәгә бүләк тапшырҙылар
Абруйлы ғалимәгә бүләк тапшырҙылар
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: