Яңыртылған, күркәм төҫ алған тамаша залында ла,фойела ла бөйөк яҡташтары ижадына арналған стендтар, күргәҙмә әсбаптар урын алған.
Бай йөкмәткеле шиғриәт кисәһе бер тында үтеп китте. Уҡыусылар Рәшит Назаровтың шиғырҙарын тасуири һөйләне, шиғри композицияла беренсе китабынан башлап һуңғыһына тиклем йыйынтыҡтарының тышлыҡтарын тотоп сығып уларҙы тағы бер иҫкә төшөрҙөләр.
Шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа яңғыраны. Туғыҙынсы класс уҡыусыһы Зарина Ибраҡова,уҡытыусы Гөлфинур Ильясова, төп мәҙәни ойоштороусы Айнур Сәйфетдинов башҡарыуында йырҙарҙы тамашасылар йылы ҡабул итте.
Сығыш яһаусылар Рәшит Назаров тураһында хәтирәләре менән бүлеште, уның ижадының бөйөклөгөн тағы бер билдәләп үтте. Декан, профессор,Усман (Ҡаҙморон) ауылы ҡыҙы Ләйлә Хөсәйенова мәктәп йылдарын, шиғриәткә, телгә һөйөү тәрбиәләй алған уҡытыусыларын телгә алып, шағирҙың ҡабатланмаҫ ижады менән танышыуҙарын хисләнеп һөйләне. Төрөмбәт еренә беренсе тапҡыр килгән Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, журналист Римма Ғәлимова студент йылдарындағы диплом эшен Рәшит Назаров ижадына арнап яҙғанлығын әйтеп, мәктәп музейына уның күсермәһен бүләк итте.
Шағир исемен мәңгеләштереү буйынса ла фекерҙәр булды. Район советы депутаты Риф Вәлиев ошо турала, шулай уҡ райондың элекке башлығы Марат Ишемғоловтың Рәшит Назаров иҫтәлеген ҡайтарыу, уны күтәреү буйынса башҡарған эштәре тураһында әйтеп үтте. Журналист, тәржемәсе Гөлфирә Ғәскәрова үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, шағир Вәрис Аҡбашев шиғырҙарын бағышланы.Шулай уҡ "Матур стикер" проектын эшләүсе Эльмира Ибраҡова ла магниттарын, стикерҙарын алып килгән Ул ауылдашының ижадын пропагандалауҙың үҙенсәлекле юлын тапҡан.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының башҡарма секретары Зөлфиә Сидорова ремонт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға, ярҙам итеүселәргә "Рәхмәт хаты" тапшырҙы.
"Йөрәк" йыры менән сара тамамланды. Шундай күркәм сараны әҙерләп алып барыусыларға афарин, тип әйтергә генә ҡала. Шиғриәт кисәһе бик йылы, туғандарса аралашыу менән үтте.