Рух
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ғинуар , 16:14

Ауырғазы районында башҡорттар ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте

Райондарҙа халыҡты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы резолюцияһы менән таныштырып, алға яңы маҡсаттар, бурыстар ҡуйыу эше дауам итә.

Ауырғазы районында башҡорттар ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте
Ауырғазы районында башҡорттар ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте

22 ғинуарҙа ошондай сара Ауырғазыла ла үтте. Уның эшендә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр ҡатнашты. Урындағы башҡорттар ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышында көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.

Беҙҙең районда милли-мәҙәни сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Йыл һайын туған телде һәм мәҙәниәтте, традицион ҡиммәттәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау, художестволы һөнәр оҫталарына, милли спорт төрҙәренә, мәҙәни брендтарға ярҙам итеү буйынса бер нисә проект тормошҡа ашырыла. Шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш дауам итә. Былтыр 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан саралар циклы үтте. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов үҙенең сығышында һөйләне.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма директоры Гөлназ Йосопова 2024 йылдың декабрендә ъткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында ҡабул ителгән яңы ҡарарҙар нигеҙендәа ҡоролтайҙың эш йүнәлештәрен әйтеп ишеттерҙе. Шул иҫәптән, башҡорт телен, тарихын һәм мәҙәниәтен популярлаштырыу йәһәтенән, Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фоат Ғибәҙуллин районда ауылдарыбыҙҙа тупланып йәшәгән халыҡтарҙың байрамдарын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән традицион мәҙәниәтте үҫтереүҙең маҡсатлы программалары уңышлы тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне. Ҡоролтай эшенең йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителде.

Сара башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, төрлө өлкәлә уңышлы эшләүселәргә рәхмәт хаттары тапшырыу менән тамамланды.

Шул уҡ ваҡытта БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргакова күп профилле колледжға барҙы, унда ятаҡта йәшәү шарттарын ҡараны һәм ашханала туҡланыуҙы баһаланы Лида Сәғит ҡыҙы уҡыу йортоноң тәрбиә программаһына, атап әйткәндә, патриотик йүнәлешкә айырыуса иғтибар бүлде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: