Рух
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар , 14:41

Бала саҡтың йылы хәтирәләре

Район тыуған яҡты өйрәнеү-тарих музейында шыршы уйынсыҡтары конкурсына йомғаҡ яһалды.

Бала саҡтың йылы хәтирәләре
Бала саҡтың йылы хәтирәләре

Был конкурс ун йылдан ашыу инде изге традиция булып тора. Кешеләр бында үҙҙәренең яңы йыл биҙәүестәрен алып килә, ә музей хеҙмәткәрҙәре уларҙан сағыу күргәҙмәләр ойоштора. Быйыл конкурсҡа экспонаттарҙың бер нисә төрө тәҡдим ителде. Ҡунаҡтар, бигерәк тә ололар, уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. Ҡайһы берәүҙәр һағынып: «Эх, минең дә шундай уйынсыҡтар бар ине!» - тип әйтеп ҡуя. Ошо хис-тойғоларҙы тыуҙырған һәм алыҫ бала саҡҡа ҡайтыу мөмкинлеге биргән өсөн ошондай мауыҡтырғыс конкурстар үткәрергә кәрәк тә инде.

Талбазылы Миңлегөл Фәтҡуллина «иҫке шыршы уйынсыҡтары» номинацияһында еңеүсе булды. Уның «ҡиммәтле иҫтәлектәре» ғәжәп оҙаҡ ваҡыт йәшәй.

 - Был минең бала сағым уйынсыҡтары, улар 60 йылға яҡын һаҡлана. Ата-әсәйҙән мираҫ булып ҡалған. Мин уларҙы бик яраттым һәм улар менән уйнай торғайным. Һуңынан балаларыбыҙ ҙа улар менән ҡыҙыҡһына башланы. Мәктәптә уҡыған ваҡытта йыл һайын өйҙән уйынсыҡтар алып килеп спорт залында шыршыны биҙәй инек. Беҙ синыфташыбыҙ Рима менән картондан биҙәүестәр яһаныҡ, уларҙы төрлө төҫтәргә буяныҡ. Бөтә класс менән төҫлө ҡағыҙҙан матур сылбырҙар йәбештерә инек. Хәҙер Рима лицейҙа рәсем уҡытыусыһы. Быйыл иҫке уйынсыҡтар һалынған ҡумтаны табып алдым, унда совет осоронан ҡалған ҡуян һәм ҡатырға фигуралар һаҡлана. Уларҙы музейға килтерергә булдым, башҡалар ҙа күрһен.

Музейҙа ҡулдан эшләнгән уйынсыҡтар байтаҡ булып сыға. Уларҙы иң күбе Минзилә Әмирханова килтергән. Ул «Үҙ ҡулдары менән эшләнгән шыршы уйынсыҡтары» номинацияһында приз алды. Ә иң йәш ҡатнашыусы Рэналь Вәлиевҡа иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

 

Совет осорондағы шыршы биҙәүестәренең тарихы бик ҡыҙыҡлы. Тәүгеләрҙән булып мамыҡтан йәбештерелгән фигуралар һәм яҫы картон фигуралар барлыҡҡа килә. Быяла өрөүселәр төрлө формалағы быяла биҙәүестәр эшләгән. Ил тормошондағы һәр осор етештереүҙә сағылыш таба. Шарҙарҙа ҡыҙыл йондоҙҙар, Ленин, Сталин һәм башҡа эшмәкәрҙәрҙең профилдәре төшөрөлгән. Авиация үҫеше менән шыршыларға быяла самолеттар һәм дирижаблдәр эленә башлай, ә һуңынан йыһанды яулауға арналған сериялар, йәнһүрәт геройҙары һүрәттәре барлыҡҡа килә. Уйынсыҡтар халыҡтар дуҫлығын да символлаштырған, был милли кейемдәге 15 фигурала сағылыш таба. Бөгөн шыршы уйынсыҡтары етештереүҙә эксклюзив серияларға өҫтөнлөк бирелә, трендта - ҡул эштәре, автор биҙәктәре.

Бала саҡтың йылы хәтирәләре
Бала саҡтың йылы хәтирәләре
Бала саҡтың йылы хәтирәләре
Бала саҡтың йылы хәтирәләре
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: