Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ғинуар , 14:21

Өфөлә «Беҙ үҙ Ватаныбыҙға хыянат итмәйбеҙ» тип аталған хәйриә концерты үтте

 Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Беҙ үҙ Ватаныбыҙға хыянат итмәйбеҙ» тигән баш аҫтында концерт үтте. Беренсе легендар ирекле батальон ветерандары ойошторған Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус хәрби операция инвалидтарын һәм ветерандарын социаль яҡлау хәйриә фонды билеттар һатыуҙан килгән бөтә аҡсаны яугирҙәргә ярҙам итеүгә һәм махсус техник саралар һатып алыуға йүнәлтә.

Өфөлә «Беҙ үҙ Ватаныбыҙға хыянат итмәйбеҙ» тип аталған хәйриә концерты үтте
Өфөлә «Беҙ үҙ Ватаныбыҙға хыянат итмәйбеҙ» тип аталған хәйриә концерты үтте

Махсус-хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн хәрби позицияларҙа ла, концерт залдарында ла байтаҡ концерттар үткәрелә, әммә был проектты уникаль тип атарға мөмкин, сөнки унда артистар ғына түгел, ә махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары, республика етәкселеге вәкилдәре лә ҡатнашты - Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та ижади сығыш әҙерләне. Алғы һыҙыҡта уны егеттәргә һәр саҡ ярҙам итеүе арҡаһында бик яҡшы беләләр.

Стәрлетамаҡ районынан хәрби операция яугирының ҡатыны Олеся Спиридонова «Ишетәһеңме» тип аталған йырҙы ире оҙаҡ бәйләнешкә сыҡмағас яҙған. Уның бөтә мөхәббәте һәм яҡын кешеһе өсөн кисерештәрен сағылдыра. Йыр шул тиклем рухлы килеп сыға, күп кенә конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә еңеүсе була. Олеся һәм уның ире Владимир Денисов уны тыңлаусылар алдында дуэт менән башҡара, уларҙың күбеһе ғаилә парының йырында сағылған тойғоларҙы үҙҙәре лә кисергән - залда яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары күп ине. Әммә ябай тамашасылар - алғы һыҙыҡтан хәбәр көтмәүселәр ҙә, был концертта йыш ҡына күҙ йәштәрен тыя алманы, сәхнәлә шундай энергиялы йырҙар башҡарылды.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшиндың йырҙарында лирика һәм батырлыҡ берләшә, тап ул был ғәҙәти булмаған хәйриә концертын үткәреү идеяһын тәҡдим итә.

  • Тәүге көндәрҙән үк яугирҙарға мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам, алғы һыҙыҡта ла сығыштар яһайым, гуманитар ылау ебәреүҙә ҡатнашам. Тәүҙә минең яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн яңғыҙ концерт биреү идеяһы тыуғайны. Ә һуңынан беҙ, ниңә әле бер кем дә эшләмәгәнде эщләмәҫкә, тип уйлаштыҡ та, концетта ижади номерҙары менән махсәс хәрби операция ветерандарын һәм ҡатнашыусыларын йыйырға ҡарар иттек. Йыр һәр ваҡыт ярҙамға килә, фронтта рухи көс бирә. Был фекерҙе егеттәр хупланы, - тип һөйләне яугирҙәрҙе үҙенең йырҙары менән илһамландырыусы Рәмил Бәҙәмшин. Уның һүҙҙәренсә, тап батыр яугирҙәр уның рухташтары, йырҙарҙа тойғолар уятыусы ижади авторҙаштары. Йырҙар ҙа яугирҙәр менән аралашыуҙан, улар янында булыуҙан тыуа.

- Бер ваҡыт «Башҡортостан» полкы командиры минән улар өсөн йыр яҙыуымды һораны. Мин заказ буйынса дежур йырҙар яҙа белмәйем һәм яратмайым, һәм миңә дүрт тапҡыр позицияға барып, тәрән йөкмәткеле йыр тыуһын өсөн аралашырға кәрәк булды, — тип һөйләй йырсы. - Мин унда нимә булғанын, яугирҙарҙың нисек йәшәүен ишетеп кенә белмәйем һәм был мәғлүмәтте объектив һәм намыҫлы, шул иҫәптән үҙ ижадым аша еткерергә тырышам. Минеңсә, Шайморатов исемендәге фонд менән берлектә уҙғарылған концерт – махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам ойоштороуҙың бик яҡшы моделе, Сөнки фондтағы егеттәр хәрбиҙәргә нимәләр кәрәк, кем адреслы ярҙамға мохтаж икәнлеген туранан-тура уларҙың үҙҙәренән белә. Залдағы тамашасылар өсөн был билет хаҡы ғына, әммә ул кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара ала.

Хәҙер беҙгә төрлө сығанаҡтарҙан махсус хәрби операция тураһында мәғлүмәт ағымы килә, улар төрлө технологияларҙы ҡулланып, материалды ышандырырлыҡ итеп бирергә тырыша. Хәҙерге ваҡытта, һиңә шылтыратып, мутлыҡтар ҡулланып, техник яҡтан һиңә туған кешеңдең тауышын ҡабатлап, көнбайыш пиарсыларының һәм фейк ижадсыларының ҙур армияһы еңел генә ялған мәғлүмәт ташлай. Шуға күрә мин үҫеп килгән быуынға һәр ваҡыт: үҙ илегеҙҙең тарихын, донъя тарихын өйрәнегеҙ, анализлағыҙ, төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын ҡулланығыҙ, шунда уҡ ышанмағыҙ, тип әйтәм. Һәм, әлбиттә, хәрби зонала йыш булғандар менән аралашыу бик мөһим — ветерандарҙан тыш, республика хөкүмәтендә лә, район хакимиәттәрендә лә, ябай халыҡ араһында ла, үҙ күҙҙәре менән күргән ирекмәндәр араһында ла бындай кешеләр байтаҡ.

Концерт тамамланыр алдынан иғлан итеүҙәренсә, был хәйриә акцияһы һөҙөмтәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярты миллион һумға яҡын аҡса йыйылған.

Сығанаҡ: республика баҫмалары.

Фото: Альберт ЗАҺИРОВ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: