Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Декабрь , 10:35

Ауырғазылы ҙур наградаға эйә булды

Бөтә донъя башҡорттарының VI съезында мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендәге Сосланбәк Тавасиев исемендәге  йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған 10 лауреат исеме билдәле булды. Улар араһында яҡташыбыҙ, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Светлана Атмасова ла бар ине.

Ауырғазылы ҙур наградаға эйә булды
Ауырғазылы ҙур наградаға эйә булды

Премия үткән йылда булдырылған. Ул башҡорт милләтенән булмаған, әммә башҡорт халҡының милли фәнни һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға, нығытыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн тапшырыла.

Светлана Николаевна милләте буйынса сыуаш, әммә, үҙе әйтеүенсә, рухы буйынса башҡорт. Уның тыуған ауылы – Төрөмбәт, унда ул башҡорттар араһында йәшәй, урамда балалар менән уйнай, мәктәптә уҡый. Бала саҡтан ошо мөхиттә үҫкәс, күңеленә милли рухты мул һеңдерә.

- Мин башҡорт телендә һөйләшәм, китаптар, гәзит-журналдар уҡыйым. Төрөмбәт мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәтлемен, улар уҡыуға һәм халыҡ ҡиммәттәренә һөйөү тәрбиәләй алды. Мәктәпте тамамлағандан һуң институтта башҡорт бүлеген һайланым һәм үҙ теләгем менән беҙҙең гимназияға эшкә килдем. Үҙем 25 йыл инде балаларға белем бирәм. Тәүге көндәрҙән үк гимназияның киләсәге тураһында уйлай инем. Беҙҙең уҡыу йортоноң иң яҡшыһы булыуын теләнем. Сөнки беҙҙә матур, заманса бина, уңышлы эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, Тырышлыҡтарымды күреп, уны юғары баһалағандары өсөн барыһына ла рәхмәтлемен. Миңә тәүге тапҡыр ҡоролтай кеүек мөһим сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Унда ҡунаҡ итеп саҡырҙылар. Премия «Ойоштороусы» номинацияһында бирелде, был минең өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Был ҙур премия минең ҡаҙанышым ғына түгел, беҙ берҙәм командала эшләнек. Минең бөтә фекерҙәштәремә рәхмәтлемен. Арыҫлан Нәзир улына бөтә башланғыстарыбыҙҙы хуплағаны өсөн рәхмәт. Мин ҡоролтайҙан дәртләнеп, яңы башланғыстарға, яңы үрҙәргә көс, илһам алып ҡайттым, - С.Атмасова тулҡынланып шатлығы менән уртаҡлашты.

Уҡытыусы барыһы ла нисек башланғанын һөйләне. «Рух» гәзитендә өс яҡташыбыҙ – фән кандидаттары Айнур Үтәев, Ләйлә Хөсәйенова һәм Луиза Кирәева - менән интервью баҫылды. Ул ваҡытта өсөһө лә Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләгән саҡтары ине. Унда Р.Назаровтың ижады тураһында ла фекерҙәр булыуы уны илһамландыра. Гимназия директоры Илнур Мәҡсүтов менән Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы етәкселегендә Назаров уҡыуҙарын үткәреүгә әҙерләнә башлайҙар. Беренсе сара 2017 йылда үткәрелә. Хәҙер инде ул республика күләмендәге фәнни-ғәмәли конференция итеп ойошторола.

Шул ваҡыттан алып Рәшит Назаровтың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн районда байтаҡ эштәр башҡарыла. Был гимназияға шағир исемен биреү, Төрөмбәт мәктәбе фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу, гимназия территорияһында бюст ҡуйыу һәм муниципаль премия булдырыу. Хәҙер Миҙхәт Вәлитов етәкселегендәге инициативалы төркөм Рәшит Назаров исемендәге әҙәби музей булдырыу идеяһы өҫтөндә эшләй.

Ауырғазылы ҙур наградаға эйә булды
Ауырғазылы ҙур наградаға эйә булды
Район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов
Район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов
Биш быуаттан ашыу тарихы булған үҙенсәлекле сара - ҡоролтай - бөгөнгө көнгә иң мөһим проблемаларҙы уртаға һалып хәл итеү урыны булып тора. Мәғарифты, мәҙәниәтте, милләт-ара татыулыҡты үҫтереү мәсьәләләре. Тормош кимәле үҫеше, ғаилә институты, һаулыҡ, демография мәсьәләләре - секция эштәрендә тикшерелгән мөһим темаларҙың бер нисәһе генә. Съезда мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендә күрһәткән эштәре өсөн Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Башҡорт телен популярлаштырыуға, күренекле башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Светлана Атмасова наградаға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: