Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь , 23:07

*Игорь Баринов*: *Башҡортостанға, башҡорт халҡына рәхмәт"

*Игорь Баринов*: *Илебеҙҙе һаҡлауҙа, уның бөгөнгөһөн төҙөүгә, киләсәген яҡлауға индергән ҙур өлөшө өсөн Башҡортостанға, башҡорт халҡына ҙур рәхмәт*

  • *Игорь БАРИНОВ*, *Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе*:

    Бөгөн нимәләр булғанын күреп тораһығыҙ. Дошмандарыбыҙ, оппоненттарыбыҙ этник, дини факторҙы иң нескә урын тип һанай һәм тап шул юҫыҡҡа "һуға", уларҙың төп эше тап эске сәйәси хәлде тотороҡһоҙландырыуға, махсус хәрби операцияға йәмәғәтселектең ярҙамын кәметеүгә йүнәлтелгән. Ә Башҡортостан һәр ваҡыттағыса берҙәмлек, тышҡы баҫымға ҡаршы тупланыу миҫалын күрһәтә. Мин үҙ сығышымда республикала төрлө халыҡтарҙың, төрлө дин вәкилдәренең татыу йәшәүе – бөтә ил өсөн өлгө булыуын әйтеп үттем. Халыҡтарҙы, илде ҡаҡшатырға теләүселәрҙең бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Беҙҙә берҙәмлек, хәҡиҡәт һәм еңеү ҙә беҙҙең яҡта буласаҡ. Илебеҙҙе һаҡлауҙа, уның бөгөнгөһөн төҙөүгә, киләсәген яҡлауға индергән ҙур өлөшө өсөн Башҡортостанға, башҡорт халҡына ҙур рәхмәт!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: