Рух
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Декабрь 2024, 23:16

Ауырғазы районында мәҙәниәт өлкәһендә уңайлы шарттар тыуҙырыла

Ауырғазы районында төрлө проекттарҙа, программаларҙа, грант ғаризаларында ҡатнашыу арҡаһында мәҙәниәт йорттары яңыртыла.

Ауырғазы районында мәҙәниәт өлкәһендә уңайлы шарттар тыуҙырыла
Ауырғазы районында мәҙәниәт өлкәһендә уңайлы шарттар тыуҙырыла
Төбәктә милли мәҙәниәткә, музыкаға, сәнғәткә, әҙәбиәткә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш аша һөйләне. Башҡорт кейеменең логотибын эшләү идеяһын хупланы. Бынан алда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән киң ҡулланылыш алған башҡорт эш кейеме идеяһы тормошҡа ашырылды, тине ул.  - Был ижади индустрия ғына түгел. Был этника, был беҙҙең тамырҙарыбыҙ. Хәҙер ул бик популяр булып китә – сөнки кешеләр таяныс теләй, һәм тарих, ата – бабалар, милли мәҙәниәтебеҙ ошо ролде үтәй, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Беҙҙең район – ул үҙенсәлекле, бында уникаль традициялар һәм йолалар күп. Һәр халыҡ үҙен ошо ҙур һәм татыу ғаиләнең бер өлөшө итеп тоя. Төрлө байрамдарҙа быуаттар тарихы менән заман мотивтары үҙ-ара үрелеп бара. Был ҡиммәттәрҙе һаҡлау өсөн ярҙам һәм шарттар тыуҙырыу кәрәк.

Ауырғазы районында төрлө проекттарҙа, программаларҙа, грант ғаризаларында ҡатнашыу арҡаһында мәҙәниәт йорттары яңыртыла. Ауылдарҙа китапханалар заманса үҙәктәргә әйләнә, төрлө байрамдар, концерттар, фестивалдәр үткәрелә. Мәҫәлән, Терәпә ауылында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса 1995 йылда төҙөлгән ике ҡатлы яҡты бинала сифатлы ремонт үткәрелде. Бында тәҙрәләр яңыртылды, түшәм алмаштырылды, кергән ерҙәге ишек тимергә алмаштырылды, янғын һүндереү ишеге ҡуйылды һәм тағы бер нисә эскеләре алмаштырылды, стеналар һәм иҙәндәр буялды. Сығымдың күп өлөшө республика бюджетынан бүленә. Проектты финанслауҙа спонсорҙар һәм халыҡ ҡатнаша. Ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлауға терәпәләр үҙҙәре 150000 һум йыйҙы, 200 меңде «Салауат» хужалығы етәксеһе Василий Федоров бирҙе. Шулай уҡ башҡа ауылдарҙа ла мәҙәниәт усаҡтарын ремонтлана.

  •  

Быйыл Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбенең концерт залында ап-аҡ төҫлө рояль барлыҡҡа килде. 4 миллион 695 мең һумға Балалар музыка мәктәбендә роялдән тыш (хаҡы 2,5 млн һум), 17 скрипка, 4 баян, 2 гитара, 4 ноутбук, 2 интерактив таҡта, мультимедиа системаһы, 10 уҡытыусылар өҫтәле, 6 китап шкафы, уҡыу әсбаптары һәм әҙәбиәт һатып алынды. Был Милли проекттың бер йүнәлеше булған «Мәҙәни мөхит» федераль проекты ярҙамында мөмкин булды. Быйыл программа сиктәрендә Башҡортостан 17 балалар музыка мәктәбе өсөн яңы музыка ҡоралдарына 97 миллион һум алды. Матди-техник базаны яңыртыуға аҡса федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан бүленгән.

Быйыл һабантуй байрамы "Табын-фест-2024" йәштәр фестивале менән бергә үтте. Табын ырыуы йәшәгән райондарҙан килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең бай күргәҙмәләре менән сағыу сығыштарын күрһәтте. Былар барыһы ла райондың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә эшләнгән эштәрҙең бер бәләкәй өлөшө генә.

  •  
* Альбина Йәлилова, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Шатлыҡ» ансамбле етәксеһе: -  Бөгөнгө заманда балаларыбыҙҙың киләсәге беҙгә бәйле икәнен иҫтә тотоу мөһим. Мөхәббәт, хәстәрлек һәм ярҙам – балаларыбыҙға бына нимә кәрәк. Һәм был ҡатмарлы эштә беҙгә район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов ярҙам итә. Ул Бер нисә тапҡыр «Радость»Өлгөлө хореография ансамбленә ярҙам итә. 29 октябрҙән 1 ноябргә тиклем Ҡазанда Grand Festival халыҡ-ара конкурс-фестивале үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән 80-дән ашыу хореография коллективы ҡатнашты. Беҙҙең «Шатлыҡ» ансамбле жюри һәм тамашасыларҙың йөрәген яулаған өс сағыу хореография постановкаһын тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә балаларыбыҙ I дәрәжә лауреат булды! Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәлен юғары баһаланы һәм фестивалдең Гала-концерты өсөн беҙҙең номерҙы һайлап алды. Беҙ башҡорт бейеүе менән сығыш яһаныҡ, ул тамашасыларҙы һоҡландырҙы. Айырыуса шуныһы ҡыуаныслы: конкурста ҡатнашыусы 16 баланың уны - күп балалы ғаиләләрҙән, бындай сәфәрҙәр өсөн барыһының да мөмкинлеге юҡ. Был тағы ла бер тапҡыр бындай ғаиләләргә ярҙам итеүҙең һәм бөтә балалар өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. «Шатлыҡ» хореография ансамбленең балалары һәм ата-әсәләре исеменән беҙ район хакимиәтенә һәләтле балаларға финанс ярҙам күрһәткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Уларҙың ярҙамы менән беҙ төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша алабыҙ һәм балаларыбыҙҙың нимәгә һәләтле булыуын күрһәтә алабыҙ.
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас