Рух
+7 °С
Ясно
Мәҙәниәт
4 Декабря 2024, 06:24

Радий Хәбиров башҡорт атын популярлаштырыу хаҡында

   

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров башҡорт атын популярлаштырыу хаҡындаРадий Хәбиров башҡорт атын популярлаштырыу хаҡында
Радий Хәбиров башҡорт атын популярлаштырыу хаҡында

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Әбйәлил районы фермеры Айтуған Фәттәховтың балалар һәм үҫмерҙәр араһында башҡорт атын һәм йылҡысылыҡты популярлаштырыу тураһында һорауына яуап бирҙе. Республика хөкүмәтендә яңы проект булдырыу мәсьәләһен тикшерәләр, тине ул.

– Эшебеҙҙең иң мөһим һөҙөмтәләренең береһе – беҙ «Башҡорт аты» брендына патент алдыҡ. Аттарыбыҙҙың үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Беҙ был брендты файҙаланған өсөн штраф һала алабыҙ. Шишмә районында башҡорт аты үҙәге төҙөлә. Мин ошо теманы ентекле өйрәнермен һәм республика хөкүмәте кәңәшмәһендә яңы проектты булдырыу мәсьәләләрен тикшерербеҙ, – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас