Рух
+14 °С
Ясно
Мәҙәниәт
4 Декабря 2024, 05:55

Әр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәк

Тура бәйләнеш барышында «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов Республика Башлығы Радий Хәбировҡа  Әр-Рәхим мәсете тураһында һорау бирҙе. Республика башлығы объектты төҙөүгә бер нисә миллиард һум аҡса бүленәсәге хаҡында белдерҙе .

Добавить в предпочтительные источники Google
Әр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәкӘр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәк
Әр-Рәхим мәсете 2028 йылда төҙөлөп бөтәсәк

– Ысынлап та, был ҡатмарлы мәсьәлә. Башҡараһы эштәр күп әле. Иң мөһиме – беҙ объектҡа анализ эшләттек, экспертиза һөҙөмтәләре декабрҙә әҙер буласаҡ. Нигеҙе һәм стеналар яҡшы торошта. Ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Быйыл манаралары эшләп бөтөрөләсәк. Хәҙер фасадын проектлауҙы башлайбыҙ. Киләһе йылда тышҡы эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ. Иң мөһиме – финанслау бар. Һүҙ бер нисә миллиард тураһында бара. Дөйөм сумма проектлау эштәренән һуң билдәле буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. 

Радий Хәбиров, алдағы дүрт йылда мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тип билдәләне.

– Өс йылдан объект 80 процентҡа төҙөлөп бөтәсәк. Бөтә төҙөлөш эштәре дүрт йыл дауам итер тип күҙаллайым, – тине республика Башлығы.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас