Мәҙәниәт
26 Ноября 2024, 09:59

Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы

Төрөмбәт ауылы мәктәбендә талантлы, үҙенсәлекле шағир, ауылдаштары Рәшит Назаровтың тормош һәм ижад юлына арналған йөкмәткеле кисә үтте.  

Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамыШағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы
Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы

Унда шағир ижадын хөрмәт итеүселәр йыйылды. Кисәлә ауыл хакимиәте башлығы Юлай Ҡотлоюлов, эштәр менән идара итеүсе Фәнисә Рәхмәтуллина, Степановка мәктәбе директоры Евгения Шевченко ,һәүәҫкәр шағирә Минира Бикәнәсова ҡатнашты.

 

Рәшит Назаровтың китаптарынан, шағирға арналған һүрәттәрҙән, гәзиттәр мәҡәләләренән күргәҙмә ойошторолған. Уҡыусылар сараны бик ихлас һәм йәнле итеп алып барҙы. Рәшит Назаровтың ижадына һәм тормош юлына ҡыҙыҡлы байҡау яһалды. Әлбиттә, балалар ауылдаштарының шиғырҙарына тасуири уҡып та ишеттерҙе, уның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы ла башҡарҙы.

Һәр сығыш яһаусы шағирҙың әҫәрҙәрен уҡығандан тыуған кисерештәре, тормоштоң тәрән мәғәнәһе тураһында уйланыуҙарын бүлеште.

Уҡытыусылар Г.Ильясова, А.Солтаҡаева нәфис һүҙ оҫталығын күрһәтте. Мәктәптең элекке сығарылыш уҡыусыһы Эльмира Ибраҡова Р.Назаров шиғырҙарынан өҙөктәр индерелгән матур 3D стикерҙарын  мәктәп музейына, уҡыусыларға бүләк итте.
Юлай Миңлеәсҡәт улы шағирҙың яңы сыҡҡан китаптарын тапшырҙы. Фәнисә Рәхмәтуллина шағирҙың 80 йыллығын ауыл мәҙәниәт йортонда ҙурлап билдәләргә тигән тәҡдим индерҙе.
Ҡатнашыусылар кисәне әҙерләп алып барған Гөлфинур Рәүеф ҡыҙына, уҡытыусылар коллективына ҙур рәхмәт белдерәләр.

 

Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы
Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы
Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы
Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы
Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы
Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы
Шағир юбилейына арналған моң һәм шиғриәт байрамы
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас