Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2024, 13:51

«Икмәк йәнле әсәйем!»

Шағир Вәрис Аҡбашевтың 65 йәшлек юбилейына арналған кисә шулай аталды. Б. Ғайсин исемендәге музыка мәктәбендә  яҡташыбыҙҙың дуҫтары,шиғриәт һөйөүселәр уны тәбрикләү өсөн йыйылды.

«Икмәк йәнле әсәйем!»
«Икмәк йәнле әсәйем!»

Вәрис Йәғәфәр улын ололар һәм кескәйҙәр өсөн берҙәй ижад иткән шағир булараҡ беләбеҙ. Уның проза әҫәрҙәре лә бар.  1996 йылдан алып «Зәңгәр шишмә» әҙәби берекмәһенең рәйесе булып тора. Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылары союзы ағзаһы. Райондың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты.

Юбилей кисәһендә уға төрлө берләшмәләрҙең Рәхмәт хаттары тапшырылды, йылы һүҙҙәр, теләктәр еткерелде.

  • Башҡортостан Яҙыусылар союзынан Руслан Сөләймәнов; киңкүләм мәғлүмәт сараларынан Салауат Кәримов, Зәлиә Низами, Зөһрә Исламова, Эльвира Ямалетдинова Вәрис Аҡбашев ижадын юғары баһаланылар.Зөһрә Исламованың ҡыҙы Фирүзә төшөргән портретын бүләк итеүҙәре яҡташыбыҙ өсөн бик иҫтәлекле мәл булғандыр.

Ғ. Ибраһимов исемендәге район китапханаһы етәксеһе Айгөл Ғәзиева юбиляр ижадына арналған биобиблиографик күрһәткес тапшырҙы.

Шағирҙың күп шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Композиторҙар Урал Рәшитов һәм Финә Абдуллина уларҙы йырлап ишеттерҙе. Алейся Хисаметдинова менән Ирина Дәүләтшина ла йырҙар бүләк итте.

Вәрис Йәғәфәр улы, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, шатлыҡ-һөйөнөстәр теләйбеҙ! Ижад шишмәгеҙ сылтырап аҡһын! 

Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашев 1959 йылдың 5 авгусында Ауырғазы районы Атйетәр ауылында тыуған. Яңы Атйетәр ауылының Батыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1975 йылда Стәрлетамаҡ химия-технология техникумында уҡырға инә. Ямал-Ненец автономиялы округында НГДУ «РИТЭКНадымнефть»тә вахта ысулы менән эшләгән ваҡытта, 2007 йылда, Ямал-Ненец автономиялы округының «Промозерный» ҡасабаһында «Башҡорт- татар клубы»н ойоштора.

«Икмәк йәнле әсәйем!»
«Икмәк йәнле әсәйем!»
«Икмәк йәнле әсәйем!»
«Икмәк йәнле әсәйем!»
«Икмәк йәнле әсәйем!»
«Икмәк йәнле әсәйем!»
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас