Эльмира мәктәптә уҡығанда уҡ әүҙемлеге менән айырылып тора. Өфөләге президент шыршыһына барыу бәхете лә тейә. Стәрлетамаҡтағы 2-се лицей-интернатында 11 класты тамамлағас, Өфөләге Башҡорт дәүләт университетына башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә, магистратураны ла тамамлай. Хеҙмәт юлын БашТехноСервис ойошмаһында өлкән хеҙмәткәр булып башлай, архив өсөн яуаплы була.
2019 йылда Мәскәүгә күсә. Тик ҡыҙҙың бәләкәй саҡтағы хыялы - кондитер булыу теләге һаман тынғылыҡ бирмәй, ул үҙен ошо өлкәлә һынап ҡарарға була. Хоккей, футбол йондоҙҙары, төрлө билдәле шәхестәр йөрөргә яратҡан дүрт йондоҙло Пальмира Бизнес клаб отелендә (Palmira Business Club 4*) өс айлыҡ стажировканы уңышлы үтеп, эш башлай. Бында ҙур тәжрибә ала, төрлө яңы тәмлекәстәр бешерергә өйрәнә, дуҫтар таба.
2020 йылғы пандемия ваҡытында ярты йылға Башҡортостанға ҡайтырға тура килә. Ошо вакытта республикабыҙҙын матур ерҙәрен – Ирәмәл, Айғыр тауҙарын һ.б. - күрергә насип була. Сентябрҙә Мәскәү янындағы Видное ҡалаһында үҙе эшләгән отелдең яңы филиалы асылғас, Эльмираны өлкән кондитер итеп тәғәйенләйҙәр. Шул уҡ мәлдә райондың күп профильле колледжында ашнаҡсы-кондитер һөнәренә лә уҡый.
Бынан тыш, Башҡортостанды, беҙгә генә хас булган үҙенсәлектәрҙе ҡулланып, республика сиктәрендә лә билдәле итергә төрлө ысулдар эҙләп табып тора ижади ҡомарлы ҡыҙ. Ул йәштәр араһында киң таралған эпоксид ыҫмаланан 3D форматында наклейкалар эшләүҙе лә үҙләштереп алған. Башҡортостан, башҡорт теле, мәҙәниәт, традицияларын сағылдырған 3D стикерҙарҙың юҡлығы ошо йүнәлеште үҫтерергә илһамландыра. Уларҙы ҡулланыу ҙа бик ябай, бүләккә лә шәп. Теләгән кеше фотолар менән дә эшләтә ала. Брелоктар, магнитиктар әҙерләгән. Улар менән Салауат ҡалаһында үткән бизнес-форумда, Өфөлә башҡортса квиздарҙа ҡатнашып, продукцияһы менән таныштырған. Тыуған ауылы мәктәбенә барып, Р.Назаров шиғырҙарын тасуири һөйләү конкурсында ҡатнашҡан уҡыусыларға ла магнит-стикерҙарын бүләк итергә лә өлгөргән.
Һәр ваҡыт яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға ынтылған башҡорт рухлы Төрөмбәт ҡыҙы Эльмираға уңыштар юлдаш булһын, хыялдарын еңел генә тормошҡа ашырырға яҙһын!