Был сараға ҡунаҡтарыбыҙ- хөрмәтле ауылдашыбыҙ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, бик күп йылдар «Урал» ауыл хужалығы рәйесе булған, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Михайловка ауыл советы буйынса ветерандар советын етәкләгән, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бик күп эштәр башҡарыусы Факил Вәкил улы Дилмөхәмәтов һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгән, һуңынан Михайловка ауыл Советын етәкләгән, шахмат буйынса күп тапҡырҙар еңеүҙәр яулаған, тарихсы, ауылдашыбыҙ, әлеге көндә Михайловка ауылында йәшәүсе Нил Закир улы Ҡоҙашев саҡырылды. Улар Ғәзим Ғәзиз улы Шәфиҡов менән яҡындан таныш булыуҙары, бергә күп сараларҙа ҡатнашыуҙары тураһында йылы хәтирәләр менән иҫкә алдылар. Балаларға яҙыусының тормош юлын, ижадын төптән өйрәнеп, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙеләр. Уҡыусылар ҙа бөйөк шағирҙың шиғырҙарын уҡынылар.
Китапханала яҙыусының төрлө йылдарҙа баҫтырып сығарылған китаптарынан күргәҙмә ҡуйылды Әҙәби сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтарыбыҙ ға, уҡыусылар ға, уларҙың уҡытыусылары Сатлыкова Рәсимә Әмирхан ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
Ләйлә Дилмөхәмәтова, китапханасы.