Яҡташыбыҙҙың юбилейына арналған сараға Өфөнән йыйынтыҡты төҙөүселәр Лариса Абдуллина, Светлана Чураева, шулай уҡ Әзербайжан шағиры Йәлил Балағлан, «Китап» нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдиновалар килде.
Уҡыусылар ҡунаҡтар алдында ялҡынлы шағирыбыҙҙың әҫәрҙәрен тасуири уҡыны, «Йөрәк» йырын башҡарҙы. Вәрис Аҡбашев менән Эльверт Хаматшин үҙҙәренең шиғырҙарын бағышланы. Йәлил Балағлан да Рәшит Назаров шиғырҙарын үҙ туған теленә тәржемә иткән. Ул Башҡортостанда беренсегә түгел.
Һәүәҫкәр композитор һәм йырсылар Эмиль Абдрахманов (М.Бикәнәсова шиғырына яҙылған) менән Зөлфиә Сидорованың йырҙары сараға тағы ла йәнлелек өҫтәне.
500 дана тираж менән сыҡҡан йыйынтыҡ ике телдә - Рәшит Назаровтың шиғырҙары рус телендәге тәржемә менән бергә бирелгән. Йәне-тәне менән төбәгебеҙҙең талантлы ижадсыларының мираҫын пропагандалауға ҙур өлөш индергән шағирә, тәржемәсе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, журналист Лариса Хашим ҡыҙы үткән йыл Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында райондың башҡорт мәктәптәре уҡыусылары өсөн шиғырҙарҙы юлма-юл (подстрочник) тәржемә итеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргәйне. Бындай тәржемәнең төп талабы – һәр һүҙҙе ттәржемә итеү, авторҙың образдар системаһын һаҡлау. Гимназия уҡыусылары Зөлфиә Ғибаҙуллина, Нәргизә Сәфәрова, Илһөйәр Һатлыҡова, Айвар Вәлишин, Диана Назарова, Лиана Йәлилова, Эльвина Заһитова, Карина Ғәззәтуллина был проектҡа үҙ өлөшөн индерә. Ошо эштәрҙе ҡулланып, төрлө яҡтарҙан шағирҙар рус теленә тәржемә эшләгән.
«Был шиғриәтте тетрәнмәйенсә уҡып булмай. Рәшит Назаровтың йөрәгендә янған ялҡын уҡыусыны ялмап ала, үҙе артынан матурлыҡ, батырлыҡ донъяһына әйҙәй. Юҡҡа ғына Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, замандашының ижадын юғары баһалап: «Рәшит Назаров – ул, саҡматаштай, боҙҙо боҙға бәреп, ялҡын сығарыр, йөрәктәрҙе нурландырыр талант!» - тимәгән, күрәһең», - йыйынтыҡҡа баш һүҙҙә ошондай бик хаҡ һүҙҙәр бар.