Рух
0 °С
Облачно
Мәҙәниәт
7 Октября 2024, 09:32

Йырыбыҙ булһын бүләк!

Төрөмбәт ауылынан шағирәбеҙ Минира Бикәнәсова менән  Талбазыла йәшәүсе һәүәҫкәр йырҙар сығарыусы Эмиль Абдрахманов Рәшит Назаровтың 80 йыллығына арнап йыр ижад иттеләр. 

Добавить в предпочтительные источники Google

«Рух» интернет баҫмаһы Рәшит Назаровтың 80 йыллыҡ юбилейы айҡанлы «Ер һәм йыһан улы – Рәшит Назаров» ижади эштәр конкурсына килгән беренсе эш был. «Шиғриәтте бер баҫҡысҡа күтәргән таланттың исеме мәңгелек!» - ти улар. 

Дуҫтар, әүҙем булырға саҡырабыҙ! Конкурс тураһында пост төркөмөбөҙҙә беркетелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Ижади эштәр түбәндәге форматта ҡабул ителә:
- Эссе, шиғырҙар, мини-инша
- Йырҙар (конкурсант тарафынан ижад ителгән)
- Төрлө халыҡ художестволы әйберҙәре:
- - сигелгән әйберҙәр,
- - балсыҡтан эшләнгән,
- - ағасты, металды һ.б. материалды художестволы биҙәү,
- - һынлы сәнғәт һ.б.
- Конкурстың үткәрелеү ваҡыты: 1 октябрҙән 30 октябргә тиклем. Шул осорҙа эштәр ҡабул ителә.
Ҡатнашыусылар өсөн йәш айырмаһы юҡ, теләгән кеше үҙ һәләтен күрһәтә ала. Еңеү-селәрҙе төрлө категорияларҙа билдәләйәсәкбеҙ.
Яҙма һәм башҡа эштәрҙе (художестволы әйберҙең фотоһы) электрон адресҡа ебәрегеҙ: ruch.aurgazi2024@mail.ru йәки Талбазы ауылы, Беренсе май урамы, 10-сы йорт, район гәзите редакцияһына Рәүилә Бардыбаеваға килтерегеҙ.
Иғлан ителгән тематикаға һәм талаптарға тап килгән эштәр «Рух» интернте баҫмаһының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә https://vk.com/club163660853 һәм Телеграм-каналында https://t.me/ruhaur ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ «Курултай башкир Аургазинского района» төркөмөндә https://vk.com/aurgkurultai урын аласаҡ. Был төркөмдәргә ошо һылтанмалар буйынса яҙылығыҙ.

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас