Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Октябрь , 10:33

Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!

 «Рух» интернет баҫмаһы мәшһүр яҡташыбыҙ, С.Юлаев исемендәге дәүләт, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район премиялары лауреаты, шағир, прозаик Рәшит Назаровтың 80 йыллыҡ юбилейы айҡанлы «Ер һәм йыһан улы – Рәшит Назаров» ижади эштәр конкурсы иғлан итә.

 

Конкурс Рәшит Сәйетбаттал улының ижадын халыҡ араһында популярлаштырыу, йәш быуында шағирҙың әҙәби мираҫына ҡыҙыҡһыныу уятыу, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тота.

 

Ижади эштәр түбәндәге форматта ҡабул ителә:

  • Эссе, шиғырҙар, мини-инша
  • Йырҙар (конкурсант тарафынан ижад ителгән)
  • Төрлө халыҡ художестволы әйберҙәре:
  • - сигелгән әйберҙәр,
  • - балсыҡтан эшләнгән,
  • - ағасты, металды һ.б. материалды художестволы биҙәү,
  • - һынлы сәнғәт һ.б.
  • Конкурстың үткәрелеү ваҡыты: 1 октябрҙән 30 октябргә тиклем. Шул осорҙа эштәр ҡабул ителә.

Ҡатнашыусылар өсөн йәш айырмаһы юҡ, теләгән кеше үҙ һәләтен күрһәтә ала. Еңеү-селәрҙе төрлө категорияларҙа билдәләйәсәкбеҙ.

Яҙма һәм башҡа эштәрҙе (художестволы әйберҙең фотоһы) электрон адресҡа ебәрегеҙ: [email protected] йәки Талбазы ауылы, Беренсе май урамы, 10-сы йорт, район гәзите редакцияһына Рәүилә Бардыбаеваға килтерегеҙ.

Иғлан ителгән тематикаға һәм талаптарға тап килгән эштәр «Рух» интернте баҫмаһының  «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә https://vk.com/club163660853 һәм  Телеграм-каналында https://t.me/ruhaur ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ «Курултай башкир Аургазинского района» төркөмөндә  https://vk.com/aurgkurultai  урын аласаҡ. Был төркөмдәргә ошо һылтанмалар буйынса яҙылығыҙ.

Еңеүселәрҙе бүләкләү Рәшит Назаровтың юбилей көндәрендә ойоштороласаҡ.

Әүҙем булығыҙ! Эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: