Башҡортостанда тәүге тапҡыр күсмә мәҙәниәттәр Фестивале үтте. Иглин районындағы «Терра» этнопаркында 15 илдән, Шул иҫәптән Төркиәнән, Үзбәкстандан, Төркмәнстандан, Мьянманан, Һиндостандан, Мысырҙан, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән – Татарстандан, Алтайҙан, Ҡалмыҡстандан, Бурятиянан, Тыванан, Кемерово өлкәһенән (Таулы Шория) һәм республикабыҙҙан ҡатнашыусылар йыйылды. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы буйынса байрамға өлкән быуын кешеләре лә килде.
Фестиваль туристик миҙгелдең символик тамамланыуы, күсмә үткәне булған халыҡтарҙы берләштергән мәҙәни, спорт һәм гастрономия сараһы була.
Байрам бер нисә майҙансыҡта йәйелдерелде. Иң сағыу өлөшө - спорт ярыштары. Ауырғазылар йәнә наградаларҙың мул уңышын йыйҙы һәм район намыҫын ғорурлыҡ менән яҡланы.
- «Ылаҡ» милли уйыны буйынса йыйылма команда өсөнсө урын яуланы.
- Бынан тыш, ир-егеттәр тәүге тапҡыр «Тай-тулак» уйынында ҡатнашты (командаға өс кеше инә, уларға һыбай йөрөргә өйрәтелмәгән атты арҡанларға, уға атланып ултырырға һәм мөмкин тиклем оҙағыраҡ һыбай йөрөргә кәрәк).
– «Ауҙарыш» уйынында Филхәт Назаров - икенсе, Рузил Ғөбәйҙуллин өсөнсө урын алды.
– Йәш батырҙар – Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Элвир Иҙрисов, Рауил Тимербулатов һәм Байрас Назаров көрәш буйынса ярыштарҙа пьедесталдың иң өҫкө баҫҡысында торҙо. Өсәүһе лә үҙ ауырлыҡ категорияларында беренсе урынды биләне һәм кәзә отто (65 килограмдан һуң ауырлыҡ категорияһында һарыҡ тапшырғандар).
– Көрәш буйынса өлкәндәр араһында беренсе урынды Рәмил Ғәлимов һәм Вилнур Ғәлимов, икенсе – Рузил Ғөбәйҙуллин, өсөнсө-Рөстәм Сатлыҡов яуланы.
-Уҡтан атыу буйынса ярыштарҙа Пута (45 метр) һәм Ҡалҡан (30 метр) дисциплиналарында Батырхан Ғайсин (Меркет уксылары клубы ҡатнашыусыһы) еңеүсе булды. Үҫмерҙең спорт тупланмаһында 42 беренсе урын - абсолют рекорд!
Сәхнәнән этник музыка ҡоралдары, тамаҡ менән йырлау һәм заманса көйгә үҙгәртелгән ғәҙәти халыҡ көйҙәре яңғырап торҙо. Һөнәрселәр күсмә халыҡтар мәҙәниәтенең тергеҙелгән өлгөләрен – биҙәүестәрҙе, тире әйберҙәрен, сүкеп эшләнгән әйберҙәрҙе тәҡдим итте. Ҡояш байығандан һуң, Тыва һәм Бурятия шамандары оло усаҡ янында серле йола үткәрҙе. Тамашасылар түңәрәккә йыйылып, барабандар тауышына ут рухынан йәшерен теләктәрен үтәүен һораны.