Рух
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Август , 10:02

«Башҡорт аты» фестивалендә туристик кластер проекты менән таныштырҙылар

15 август, Баймаҡ районында барған «Башҡорт аты» фестивалендә Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры Зөһрә Гордиенко «Ирәндек» туризм-рекреация кластеры проекты менән таныштырҙы.

«Башҡорт аты» фестивалендә туристик кластер проекты менән таныштырҙылар
«Башҡорт аты» фестивалендә туристик кластер проекты менән таныштырҙылар

Формалашыусы кластер Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарын үҙ эсенә ала, Шулай уҡ Урал аръяғының башҡа райондарына йүнәлтеләсәк. Был атлы туризм кластеры буласаҡ. Рәсми Рәүештә Баймаҡ районында ғына 15 мең ат иҫәпләнә, ә рәсми булмағаны - 25 мең.

Кластер баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да — ат, тире оҫтаханалары хужаларын, милли аш-һыу авторҙарын, ат спорты һәм туризм үҙәктәрен берләштерәсәк. Шулай итеп, ул инвестициялар йәлеп итеүгә, яңы эш урындары булдырыуға һәм туристарҙың өҫтәмә ағымына булышлыҡ итәсәк.

 Кластер Ирәндек һыртының көньяҡ, үҙәк һәм төньяҡ өлөшөнә, шул иҫәптән күп һанлы археологик ҡомартҡылар тупланған шул уҡ исемле ҡурсаулыҡҡа тараласаҡ.

«Башҡорт аты» фестивалендә туристик кластер проекты менән таныштырҙылар
«Башҡорт аты» фестивалендә туристик кластер проекты менән таныштырҙылар
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: