Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Август , 23:36

•«Кирач» статуэткалары Башҡортостан туристары араһында популярлыҡ яулай

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы сиктәрендә пенсионер-туристар Ауырғазы районына Зәки Нуғаевтың «Кирач» керамика музей-оҫтаханаһына килә. Бында фольклор мотивтары менән керамик изделиелар эшләнә. 2022 йылда талбазылы конкурста еңеү яуланы һәм БашҡортостандыңТуризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының бизнесты үҫтереүгә республика грантын алды. Тиҙҙән «Тылсымлы керамика»туристик маршруты барлыҡҡа килде.

•«Кирач» статуэткалары Башҡортостан туристары араһында популярлыҡ яулай
•«Кирач» статуэткалары Башҡортостан туристары араһында популярлыҡ яулай
  • 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауырғазы районына эш сәфәре барышында музей-оҫтаханала булып китте.

Республика етәксеһенең бөтә йөкләмәләре тормошҡа ашырылды. Бөгөн Зәки Исмәғил улының туристик сувенирҙары уңышлы тәҡдим ителгән брендҡа әйләнде. Вәғәҙә ителгәнсә, "Кирач" юл картаһында билдә алды, «Тылсымлы керамика»туристик маршруты эшләнде. Ауырғазы районы ауыл оҫтаһының ҡаҙаныштары арҡаһында ла танылыу яулай.

 «Башҡортостанға туристар ағымының йылдан-йыл артыуын иҫәпкә алғанда, беҙгә бындай матур, уникаль сувенир продукцияһы етмәй. Туризм министрлығына һеҙҙең музей-оҫтаханағыҙ «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» һәм «Мәктәп туризмы»республика программалары маршруттарына индерелһен өсөн йөкләмә бирәсәкмен. Беҙҙең халыҡ балсыҡтан эшләнгән әйберҙәр эшләү процесын күрергә һәм уларҙы һатып алырға мөмкинлеге булырға тейеш. Шулай уҡ трассала һеҙҙең музейҙы күрһәткән туристик таҡтаташ урынлаштырырға кәрәк. Һеҙҙең сувенирҙарығыҙ беҙҙең визит-үҙәктәрҙә лә булырға тейеш, көҙгөһөн беҙ уларҙың береһен төҙөләсәк Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендә асырға ниәтләйбеҙ. Тура хан мавзолейы төшөрөлгән сувенирҙарығыҙ, башҡа әйберҙәрегеҙ ҙур популярлыҡ менән файҙаланыр тип уйлайым»,-тине Радий Хәбиров.
•«Кирач» статуэткалары Башҡортостан туристары араһында популярлыҡ яулай
•«Кирач» статуэткалары Башҡортостан туристары араһында популярлыҡ яулай
 - Заказдар Зәки Нуғаевҡа Башҡортостандың төрлө райондарынан килә. Республиканың һәр сараһында уның эксклюзив статуэткалары: Тура Хан мавзолейы, «Шүлгәнташ», «Салауат Юлаев» һәм башҡалар менән танышырға мөмкин. Ҙур геопарктарҙың береһендә – «Торатау» ҙа уның изделиелары тәҡдим ителәсәк. Тиҙҙән республикала «Башҡортостан брендтары»телевизион конкурсы башлана. Зәки Исмәғил улы ла унда ҡатнашыр, моғайын. Бөтә район уны яҡлаясаҡ,-ти райондың бизнес-шерифы Айгөл Шакирова.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: