Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Август , 17:00

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында һәләтле йәштәр ауылда ҡала

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса республикала 2021 йылдан «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Был ваҡыт эсендә ауыл ерендә эшләгән мәҙәниәт өлкәһенән 100-ҙән ашыу белгескә матди ярҙам күрһәтелгән. Улар 500 мең һум күләмендә компенсация түләүҙәренә эйә була, ә 2023 йылдан сумма арта һәм 1 миллион һумға етә.2021-2023 йылдарҙа дөйөм суммаһы 75 миллион һумға 120 белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында һәләтле йәштәр ауылда ҡала
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында һәләтле йәштәр ауылда ҡала

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуып үҫкән Фирүзә Сәйфетдинова - был программала тәүге ҡатнашыусыларҙың береһе. 2021 йылда уҡ йәш белгескә кадрҙар бүлегендә «Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре»булырға тәҡдим итәләр. Мәҙәниәт хеҙмәткәре әйтеүенсә, ул саҡта уға бындай мөмкинлек барлығына ышанмаған. Программаға эләгеү уның өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек була.

- «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында Талбазы ауылында фатир һатып алдым, ә түләү беренсе ипотека иғәнәһе булды, - тип һөйләй ул.

 

2018 йылда З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «Театр режиссураһы» һөнәре буйынса тамамлай.Тыуған Ауырғазы районына ҡайта. Бөгөн ул «Экос» өлгөлө театр-студияһы менән етәкселек итә. «Экос»тың йәш артистары уның ижади етәкселеге аҫтында театр коллективтары араһында төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай. «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика балалар театрҙары фестивалендә үҙешмәкәр артистарҙың башҡарыу оҫталығының яҡшы кимәле билдәләнде. Театрҙа 8 йәштән 18 йәшкә тиклемге 30-ҙан ашыу уҡыусы шөғөлләнә.

Ауырғазы районының «Экос» өлгөлө театр студияһы Балалар һәм йәштәр театрҙарының республика онлайн фестиваленең I дәрәжә лауреаты булды. Проект «Мәҙәниәт» милли проектының төбәк өлөшөн тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә (2019-2024 йй.) һәм республиканың балалар һәм йәштәр театрҙарына ярҙам итеүгә һәм уларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Булат Баһауетдинов, Ауырғазы районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы: - «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында ауылда эш мауыҡтырғысыраҡ булып китә, кадрҙар етешмәү проблемаһы хәл ителә. Компенсация түләүҙәре миллион һумға тиклем артты. Республика буйынса беҙҙең өлкәлә эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы 44 мең һумға тиклем артты. Һәм был законлы. Эшебеҙҙә ял көндәре юҡ. Сөнки бәләкәй район саралары ла, ҙур республика фестивалдәре лә, гала-концерттар ҙа ял көндәрендә үтә. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында һәләтле йәштәрҙең беҙҙә ҡалыуы ҡыуаныслы.
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында һәләтле йәштәр ауылда ҡала
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында һәләтле йәштәр ауылда ҡала
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында һәләтле йәштәр ауылда ҡала
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында һәләтле йәштәр ауылда ҡала
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: