Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Август , 11:31

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн шағир, прозаик, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар советы ағзаһы, «Зәңгәр шишмә» район әҙәбиәт берләшмәһе рәйесе, Ғ.Ибраһимов премияһы лауреаты Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашевҡа  - 65 йәш.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Вәрис Йәғәфәр улы тыуған яҡ, ата-бабалар ере, тәбиғәт, кешеләр, мөхәббәт тураһында, хәрби темаларға, шулай уҡ балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре менән билдәле. Уның шиғырҙарына йөҙҙән артыҡ йырҙар яҙылған. Иң беренсе яҡташыбыҙ, композитор Урал Рәшитов тәҡдиме менән тәүге йыр тыуа һәм эстрада йырсыһы Хәниә Фәрхинең репертуарына инеп тә китә. Шағир менән композитор әлеге көндә лә бәйләнеш тота, бергә эшләй. Билдәле композиторҙар Нур Дауытов, Юлай Үҙәнбаев, Фирзәр Мортазин, Рәмил Ғимрани, Рәсих Ханнанов һәм үҙебеҙҙең яҡташтар менән дә ижади хеҙмәттәшлек барлыҡҡа килгән. Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниев, Венер Камалов, Лилиә Биктимерова, Элвин Грей, Гөлназ Асаевалар,һ.б. уларҙы сәхнәнән донъяға яңғырата.

Вәрис Аҡбашевтың һигеҙ китабы баҫылып сыҡты, йыйынтыҡтарға, антологияларға ла шиғырҙары индерелгән.

«Зәңгәр шишмә» район әҙәбиәт берләшмәһе рәйесе әле лә ижадты ташламай, яңы образдар, сюжеттар эҙләй, ижад ҡомары булғандарға нәсихәттәре, кәңәштәре менән ярҙам итә. Ул, шиғырҙарҙы уҡыусылар, уны аңлаусылар күберәк булһын ине, тип теләй.

Дүрт бала атаһы, дүрт ейән-ейәнсәрҙең ҡәҙерле олатаһы Вәрис Йәғәфәр улына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле, имен тормош теләйбеҙ! Ижад шишмәгеҙ тулы булһын!

Юбилейлы тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: