Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Август , 11:38

Студенттар фольклор менән танышты

Быйыл йәй М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетынан башҡорт-инглиз төркөмө студенттары көньяҡ диалекттың өршәк һөйләшенә ҡараған Ауырғазы районының  Төрөмбәт, Уҫман (Ҡаҙморон), Мораҙым, Түрһәгәҙе, Үтәймулла (урта һөйләш) ауылдарына килде. Уларҙың экспедицияһының төп маҡсаты – халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары, нәҫел, ырыу, ауылдар тарихы аша ерле һөйләү телен, башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡараған өршәк һөйләшен өйрәнеү ине.

Студенттар фольклор менән танышты
Студенттар фольклор менән танышты

Тәүге көндә район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булып, йөкмәткеле мәғлүмәттәр, экспонаттар менән таныштылар. Төрөмбәт, Уҫман (Ҡаҙморон ) ауылдарында күренекле шағир, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың тыуған ауылы Төрөмбәттә мәктәптә арҙаҡлы шағирға арналған кабинет-музейҙа ла үҙҙәренә бик күп кәрәкле мәғлүмәт тупланылар. Ауылдың ҡул оҫтаһы Гөлфиә Ханнанованың өйөндә студенттарҙы педагогик хеҙмәт ветераны Гөлзәйнәп Нафиҡова, шулай уҡ Шәрифә Йәлилова, Рәсилә Юлмөхәмәтова ҡаршы алды. Шағир ижадын әүҙем пропагандалаусы Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы Ханнанованың бай күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бигерәк тә, әҙиптең шиғырҙарын башҡорт, рус, татар, сыуаш, инглиз телдәрендә нағышлап эшләгән ҡул эштәре һоҡланыу тыуҙырҙы. Оҙаҡ йылдар мәктәптә рус теле уҡытҡан, музей асыуға ҙур өлөш индергән хаҡлы ялдағы Гөлзәйнәп Нафиҡова студенттарға шағирҙың ижады, яҙмышы, тормош юлы  тураһында һөйләне. Студенттар бер үк ваҡытта көньяҡ диалекттың  һәм уға ҡараған өршәк һөйләше үҙенсәлектәре  менән дә танышты, һөйләү өлгөләрен яҙып алды. Шәрифә Йәлилова менән Рәсилә Юлмөхәмәтовалар иһә  «Өршәк буйы уйындары»н, «Өршәк буйы таҡмаҡтары»н уйнап та күрһәтте, йырлап та ишеттерҙе.

  • Студенттарҙың бындай экспедициялары халыҡ менән аралашып, йәнле һөйләү телмәрен ишетеү менән бергә, уларға ысынбарлыҡты ла күрһәтә. Улар көнкүреш менән танышты, Рәшит Назаровтың тыуған ерендә булып, ул йөрөгән урындарҙа булыуы күелдәрендә иҫтәлек булып һаҡланыр, уның һөйләшеп үҫкән телен ишетеүҙәре лә әһәмиәтле булғандыр. Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен, халҡыбыҙҙың үткәне һаҡланһын, өлкәндәрҙән йәштәргә мираҫ булып тапшырылһын, шул саҡта тырышлыҡтар бушҡа китмәҫ, - тине Гөлфиә Нурғәле ҡыҙы.

Уҫман (Ҡаҙморон), Түрһәгәҙе ауылдарында йәшәгән нәҫелдәр, аралар, арҙаҡлы шәхестәр, аш-һыу атамалары, көнкүреш лексикаһы хаҡында күп мәғлүмәт белделәр. Өлкән йәштәгеләр студенттарҙың фольклорға, диалектҡа ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙеләр.

Мораҙым ауылы күренекле шәхестәре менән дан тота. Улар араһында хәрбиҙәр ҙә, артистар ҙа, көрәшселәр ҙә, фән эшмәкәрҙәре лә, яҙыу­сылар ҙа, билдәле нефтселәр ҙә бар Ауыл аҡһаҡалы Нил Ҡудашев тарих тураһында күп мәғлүмәт бирҙе. Аҡһаҡалдың Башҡортостандың тәүге осоусыһы Ғәли Ишмырҙин тураһында һөйләүе студенттарҙа икеләтә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.  Биллеғылыс, Аҡ шишмә йылғалары, Сыбы тауы, Һалабаш күле кеүек ер-һыу атамалары хаҡындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр нигеҙендә ерле һөйләш үҙенсәлектәре лә асыҡланды. Ҡыҙыҡлы әңгәмәнән һуң студенттар ел ыңғайына үҙ күсәре тирәләй әйләнеп, һәр кемгә  ауыл осонан сәләм биреп торған «Як – 42» самолеты һәйкәл-стелаһында иҫтәлеккә фотоға төшөп, матур хәтирәләр менән Үтәймулла ауылына юлланды. Ғафури районына ҡараған ауылдар менән сиктәш булғанға үтәймуллаларҙың һөйләше көньяҡ диалекттың урта һөйләшенә ҡарай. Тимербəк Йəғəфəр улы Ғəлимов, Фәнүзә Сәмиғулла ҡыҙы Көҫәпҡолова ауыл тарихы, топонимикаһы тураһында ҡыҙыҡлы мəғлүмəттəр еткерҙе.

«Диалектологик практикабыҙҙың Ауырғазы районында үтеүе беҙгә иҫ киткес оҡшаны.  Райондың ҡайһы ғына ауылына барып төшһәк тә,  беҙҙе йылмайып, йылы аш, тәмле сәй, асыҡ йөҙ менән  ихлас ҡаршы алдылар,  ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙылар, материалдар туплауға бик күп  мәғлүмәттәр бирҙеләр. Был районда ябай ҙа, кешелекле лә, кеселекле лә, телгә маһир ҙа халыҡ йәшәй.  Кемдән генә һорама, һәр береһе  яҡташ шағирҙарын – Рәшит Назаровты – йылы хәтирә менән телгә ала. Миңә айырыуса шул яғы оҡшаны ауырғазыларҙың.  Экспедициянан шул тиклем ҡәнәғәт ҡайттыҡ» - тип тәьҫораттары менән бүлеште студенттарыбыҙҙың береһе, уҡыу алдынғыһы Илүзә Янбаева.

Диалектологик практика етәксеһе, М. Аҡмулла исмендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Р.А. Солтаҡаева;

Ысынлап та, экспедициябыҙ мәлендә район халҡы  беҙҙе яҡты йөҙө, ихласлығы, ҡунаҡсыллығы менән һоҡландырҙы, йор һүҙе, бай диалектологик мәғлүмәте менән ҡыуандырҙы. Бына шундай бай материалдар тупланы Аҡмулла  университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары Ауырғазы яҡтарында. Киләсәктә был экспедицияның матур иҫтәлеге булып практика ваҡытында тупланған бай материалдарҙан әҙерләнгән йыйынтыҡ та донъя күрер әле.

Республикабыҙҙа телде, мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.

  • Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп иғтибар бирәбеҙ. Бында урындағы халыҡтың әһәмиәтле роль уйнауы бик яҡшы. Үҙ еребеҙҙә хужа булыу өсөн эштәребеҙҙә уңышлы булырға тейешбеҙ. Башҡортостанды балаларыбыҙға һәм киләсәк быуындарға һаҡларға, нығытырға. Уларҙа ата-бабаларыбыҙ тапшырған һаҡсыл ҡарашты тәрбиәләргә тейешбеҙ, - тине Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһағанда.
Студенттар фольклор менән танышты
Студенттар фольклор менән танышты
Студенттар фольклор менән танышты
Студенттар фольклор менән танышты
Студенттар фольклор менән танышты
Студенттар фольклор менән танышты
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: