Республикабыҙ мәҙәниәтен борон-борондан атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ат уйындары көс, етеҙлек һәм сыҙамлыҡ үҫтерергә ярҙам итә. Был тамаша күңел асыу ғына түгел, ә халыҡты берләштереү ысулы ла. Бөгөн ат уйындары Башҡортостан мәҙәниәтендә һаҡланып ҡалған һәм тергеҙелә, уларһыҙ бер генә халыҡ тантанаһын да күҙ алдына килтереп булмай.
Вильнур Ғәлимовтың "Төрөмбәт" һәм Илшат Гузиндың "Мораҙым" командалары көрәште. Уйындың асылы - ат өҫтөндә кәзә түшкәһен эләктереү, уны тотоп ҡалыу, йәки ҡаршы яҡтың ҡулдарынан тартып алырға, билдәле бер нөктәгә барып етеп, ҙур ҡаҙанға ташларға тырыша. Ныҡышмалы көрәш төрөмбәттәрҙең сағыу еңеүе менән тамамланды.
Тағы ла бер милли уйын - Ауҙарышта (ауҙарыу) батырҙар ярышты. Ул башҡорттарҙың ике төрлө күңел асыу уйынын берләштерә: көрәш һәм камил һыбай йөрөү. Уйындың асылы - дәғүәсене эйәренән тартып төшөрөү. 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында - Төрөмбәт егете Вилнур Ғәлимов, 100 килограмға тиклем – Мораҙым егете Рөстәм Сатлыҡов, 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Мәлик Назаров еңеү яуланы.
Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов байрамға ғаиләһе, туғандары һәм дуҫтары менән килде. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Ауырғазы районында "Ылаҡ" тап уның район етәксеһе вазифаһында эшләй башлағандан һуң барлыҡҡа килгән.
"Ылаҡ" һәм "Ауҙарыш" уйындары спорт ҡына түгел. Был тарих, башҡорт халҡының мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, уның традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлау. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм "Башҡорт аты"фестивалендә уңыштар теләйбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт тоҡомло аттарҙың халыҡ-ара фестивале 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк.