Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июль , 14:14

«Рәхәттә» фестивале балаларға айырым программа әҙерләгән

Кескәй ҡунаҡтар «Толпар», «Дуҫлыҡ» һәм «Урал» санаторийҙары әҙерләгән флешмобтарҙа, уйындарҙа ҡатнаша аласаҡ.

Бынан тыш, балаларҙы бейеү терапияһына саҡырасаҡтар. Ата-әсәләр өсөн Башҡортостандың файҙалы үләндәре форумы, аш-һыу фестивале, оҫталыҡ дәрестәре, мунса оҫталарынан тынысландырыусы практикалар ойошторола. Барлыҡ теләүселәр ҙә өс өрөп тултырылыусы мунсала парлана аласаҡ, махсус йәрминкәлә күңелеңә хуш килгән миндек һайлап алырға була. Фестиваль ныҡ оҡшап, ҡайтырға теләгегеҙ булмаһа, палаткалар ҡуйылған ҡаласыҡта ҡалырға була. Унда автомобилдә барып була. Өфөләр өсөн трансфер ойошторола. Ҡаласыҡтың картаһы, программа, автобустар графигы -   нарахате.рф. сайтында.

Мәғлүмәт продукцияһының билдәһе: 0+

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: