Программа резина өҫлөклө балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, йәшелләндереү һәм туҡталҡалар булдырыу, эскәмйәләр, урналар урынлаштырыу һәм башҡа эштәрҙе үҙ эсенә ала. Республика бюджетынан 10 миллион һумдан күберәк аҡса тотоноласаҡ. Объекттың генераль подрядсыһы - «РефСтройПроект» ЯСЙ-е. Эштәр август аҙағында тамамланасаҡ.
Был участоктарҙа төҙөкләндереү эштәре бара ла инде. Иҫке төҙөлөштәр йәмһеҙләп торған, бейек сүп үләндәре үҫеп ултырған ихаталар күҙгә күренеп үҙгәрә, күркәмләнә. Матросов һәм Фрунзе урамдары араһында асфальт түшәлгән спорт майҙансығында эскәмйәләр урынлаштырыу тамамлана, урам тренажерҙары ҡуйылды.Ихаталарҙың машиналар йөрөгән юлдарына асфальт түшәлде.
Бында йәшәүселәр программаға эләгеп, эштәрҙең яңынан башланыуы өсөн район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдиновҡа рәхмәтле. . Программа шарты буйынса, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр 1 %, йәки һәр фатирҙан 700 һумлыҡ өлөш индерәләр.
«Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса М.Ғафури урамындағы 2-се,4-се,6-сы һәм Беренсе май урамындағы 14-се, Химиктар урамындағы 43а (2019 йыл); Беренсе май,19-сы (2020 йыл) һанлы йорттары төҙөкләндерелгән.
Сығанаҡ: "Ауырғазы хәбәрсеһе".