- Ысынлап та, башҡорт телен үҫтерәбеҙ, һаҡлайбыҙ, тиһәк, беҙ уны Интернет селтәрендә таратырға, һанлаштырырға тейешбеҙ. Беҙ быны төрлө проекттар аша тормошҡа ашырабыҙ. Иң мөһиме – цифрлаштырыу. Мәҫәлән, Башҡортсофт тәржемәсеһе 2020-2021 йылдарҙа эшләнде. Ул бик яҡшы тәржемә итә, ундағы мәғлүмәттәрҙе Яндекс,Google эҙләү системаларына бирҙек.
Бер проектты эшләһәк (улар республика башлығы гранты ярҙамында үтәлә), шуның эсендәге эштәрҙе актив йәштәргә бирәбеҙ. Ул бүтән компанияларҙа телде үҫтереү, һаҡлау эше алып барылһын өсөн эшләнә.
Шунан “Һомай” аҡыллы колонкаһы барлыҡҡа килде, ул башҡортса һөйләшә.
“Туған тел” мобиль ҡушымтаһында ундан артыҡ тел бар ине. Беҙ уның авторҙары менән бәйләнешкә сығып, һуңғы көндәрҙә башҡорт телен индереп, уны өйрәнеү мөмкинлеген киңәйттек. Әлегә егерме дәрес бар, уны күбәйтербеҙ, тип уйлайбыҙ. Duolingo методикаһы форматында эшләнелә, көн һайын биш минуттан алып егерме минутҡа тиклем ваҡытығыҙҙы бүлһәгеҙ, туған телде тиҙ өйрәнергә була.
- Мөһим эштәрҙең береһе булып Рәми Ғарипов сайтын булдырыу торҙо,ул Интернет селтәрендә булғас, йәшәйәсәк. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә балалар менән видеояҙмалар, клиптар төшөрәбеҙ, төрлө ярыштар үткәрәбеҙ. Улар барыһы ла телгә, мәҙәниәткә бәйле. Башҡорт телен интернетта күбәйтергә тейешбеҙ.
- Яңылыҡтарҙың береһе булып YouTube, Rutube каналдарында беҙҙең программа барлыҡҡа киләсәк, ул рус, инглиз телдәрен башҡортсаға синхрон тәржемә итәсәк. Был бик һәйбәт эш, тип уйлайым.
- Һуңғы биш йылда башҡорт теленә ҙур иғтибар бирелә. Беҙ Башҡортостан башлығына, хөкүмәткә рәхмәтлебеҙ. Мәғариф, мәҙәниәт министрлыҡтары, йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты менән берлектә эшләйбеҙ. Ҙур команда менән эшләгәнгә күрә, башҡорт теле үҫәсәк һәм һаҡланып ҡалыр, тип уйлайым.
Тағы ла телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла һәм башҡа төрлө яңылыҡтар менән https://vk.com/bash_fond һылтанмаһы аша таныша алаһығыҙ.