Рух
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июнь , 19:26

Зәки Нагаев оҫтаханаһында

«"Кирач” музей-оҫтаханаһы» тигән яҙыу Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан урынлаштырылған. Музейға килгән һәр кем бындағы эштәргә һоҡланып туя алмай. Оҫта Зәки Исмәғил улы ла ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы ала һәм мауығып эше менән таныштыра.

Зәки Нагаев оҫтаханаһында
Зәки Нагаев оҫтаханаһында

Һәр ваҡыт ул эҙләнеүҙә, тарихты өйрәнә, эштәренең дөрөҫлөктө сағылдырыуына тырыша. Ижад емештәре ҡуйылған ерҙә тәбиғәт һәйкәлдәрен дә, билдәле шәхестәрҙе лә күрергә була. Өфөнөң юбилейына арналған күренештәр, Салауат Юлаев, яҡташтар араһынан Рәшит Назаров, Ғәлимйән Ибраһимов һ.б. Һәр береһе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Шулай уҡ үҙенең технологияһы менән балсыҡтың ныҡлы һәм һығылмалы булыуына ирешкән. 

Балаларҙы ла балсыҡ менән эшләү оҫталығына өйрәтә. 

Һәр байрамға, тарихи датаға тиерлек төрлө изделиелар әҙерләргә өлгөрә. 

 

Музейҙа керамиканан тыш, төрлө боронғо әйберҙәрҙән дә коллекция бар. Олоһона ла, кесеһенә лә ҡыҙыҡлы нәмәләр күп, матурлыҡҡа һоҡланып ҡына түгел, тарихи яҡтан да белемдәрҙе тулыландырып сығалар. 

Хәҙер «Кирач» рәсми рәүештә «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проектының маршрутына индерелгән. Туристар өҙөлмәй: балалар баҡсаһынан алып юғары уҡыу йорттары студенттарына тиклем килеп күрәләр. Ысынлап та, бында үҙенә бер атмосфера. Оҫтаханала эшләүселәргә ижади уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: