Рух
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июнь , 20:25

Талбазы ауылындағы «Акбузат» паркы – Башҡортостандағы йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү эшенең һөҙөмтәһе

Ауырғазы районындағы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһының нисек эшләүе миҫалға килтерелде.    

Талбазы ауылындағы «Акбузат» паркы – Башҡортостандағы йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү эшенең һөҙөмтәһе
Талбазы ауылындағы «Акбузат» паркы – Башҡортостандағы йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү эшенең һөҙөмтәһе

Радий Хәбиров республика халҡының йәшәү сифатын күтәреү өсөн тирә-яҡтың, йәшәгән урындың ниндәй хәлдә булыуы мөһим икәнен билдәләгәйне.

2019-2024 йылдарҙа ҡала һәм райондарҙың йөҙө яңырҙы, күркәмләнде, былар федераль ярҙам буйынса төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәһе.

 «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты менән беҙҙең районда ла «Акбузат» спорт һәм ял паркы эш башланы. Уны дүрт йыл элек тантаналы астылар.

Бында балалар өсөн майҙансыҡта ун дүрт элементтан һәм дүрт уйын аттракционынан торған уйын ҡаласығы урынлашҡан. Заманса һигеҙ тренажер ҡуйылған айырым зона воркаут өсөн бүленгән. Янында кәртәләнгән майҙансыҡта мини-футбол һәм баскетбол уйнарға була, шулай уҡ хоккей майҙансығы ла бар, уның йылытылған бинаһы бик ҡулай.

«Аҡбуҙат» тирәләй зәңгәр шыршылар һәм миләштәр ултыртылған. Уңайлы туҡталҡа йыһазландырылған.

Әлбиттә, бында ҡараңғы ваҡытта фонарҙар яна, дүрт күҙәтеү видеокамераһы тәртипте һаҡлай. Тик кешеләрҙең уға һаҡсыл булыуы ғына кәрәк.

 
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: