Рух
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июнь , 14:51

ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

VI төбәк-ара табын ырыуы йәштәре фестивале «Табын-фест 2024» төрлө ваҡиғаларға бай булды. Мәртәбәле сарала муниципаль хеҙмәт ветераны Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Юламанова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.

ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
  • - Минең өсөн көтөлмәгән бүләк, тулҡынландырғыс мәл булды. Уны мин йәмәғәт эшмәкәрлегем - милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән эшем өсөн оло баһа тип ҡабул иттем. Ҙур рәхмәт белдерәм. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, - тип үҙенең кисерештәре менән уртаҡлашты Фәүзиә Ғәли ҡыҙы.

Ул дүрт тиҫтәнән артыҡ ғүмерен педагогик һәм муниципаль хеҙмәткә бағышланы. Район хакимиәтенең эштәре менән идарасы булыу менән бергә райондың башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәисе вазифаһын да алып барҙы. Һәр эшенә яуаплы ҡараны, өлгөрҙө, емешле эшләне, ҡоролтай эше лә гөрләп торҙо. Муниципаль район һәм Бөтә донъя ҡоролтайының грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Хаҡлы ялға сыҡҡанда эшен баһалап, Фәүзиә Юламановаға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы тапшырылды.

Фәүзиә Ғәли ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек, әүҙем тормош теләп, юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ!


IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡаршылап Башҡарма комитеттың 2010 йылдың 11 феврале ҡарары менән булдырылған был награда 2010 йылдан башлап мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә, башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.

ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: