Рух
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь , 23:37

Һабантуй яланы гөрләп торҙо

Бөгөн Ауырғазы ерендә бер юлы ике ҙур сара үтте: йыл һайын сәсеү үткәс ойошторола торған Һабантуй байрамы һәм "Табын-фест".

Һабантуй яланы гөрләп торҙо
Һабантуй яланы гөрләп торҙо

VI «Табын-фест 2024» төбәк-ара табын ырыуы йәштәре фестивале ете район һәм ике өлкәнән ҡунаҡтар йыйҙы.

Бында килгән һәр кем үҙенең күңеленә хуш килгән уйынды күҙәтте йәки ҡатнашты, концерт ҡараны – рухи аҙыҡ алып ҡайтты.

 

Тирмәләр үҙҙәренең биҙәлеше менән береһенән-береһе бай, сағыу, милли үҙенсәлекле ине. Боронғо әйберҙәр, хәҙер тергеҙелә килгән кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, патриотик мөйөштәр, ҡул эштәре күргәҙмәһе, милли аш-һыу – барыһы ла яҡшы әҙерлек менән килгән, йылмайып ҡаршы алып торалар.

Һабантуй яланы гөрләп торҙо
Һабантуй яланы гөрләп торҙо
Һабантуй яланы гөрләп торҙо
Һабантуй яланы гөрләп торҙо
Һабантуй яланы гөрләп торҙо
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: