Рух
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май , 10:00

Рәшит Назаров исемен мәңгеләштереү буйынса эш дауам итә

Милли әҙәбиәт музейы "Китап байрамы" сиктәрендә үҙенсәлекле ижади талант эйәһе, яҡташыбыҙ, шағир Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.

Рәшит Назаров исемен мәңгеләштереү буйынса эш дауам итә
Рәшит Назаров исемен мәңгеләштереү буйынса эш дауам итә

Унда билдәле шәхестәр, райондан Рәшит Назаровтың ижадын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған инициатив төркөм, шағирҙың туғандары ҡатнашты. Улар менән Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Зөлфиә Ҡарағужина-Моратшина таныштырып китте. Был йөкмәткеле осрашыуға шағирҙың әҙәби мираҫын йыйыу, баҫтырып сығарыу буйынса ҙур эштәр башҡарған Риф Мифтаховтың ҡатыны Хөрмә апай  менән Әсхәл Әхмәт-Хужаның хәләл ефете Лүзә апайҙар ҙа килгәйне.

Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова осрашыуға килгән ауырғазыларға, барлыҡ ҡунаҡтарға рәхмәтен белдерҙе.

 Шағирҙың имен мәңгеләштереү буйынса районда ҙур эштәр башҡарылыуы тураһында инициатив төркөм етәксеһе Миҙхәт Вәлитов билдәләп үтте. Талбазы башҡорт гимназияһына Рәшит Назаров исеме бирелеүе, бюст асылыуы, фәнни-ғәмәли конференциялар, уҡыуҙар үткәрелеүе тураһында телгә алынды.

Шағирҙың яҡын туғандары Мәликә Әминева, Әлфиә Батталова, Зөлфиә Назарова, Мәҙинә Назарова-Ноғоманова апайҙар ҙа ҡатнашты. Улар үҙҙәре белгән хәтирәләре, ауылда ололарҙан ишеткәндәре менән уртаҡлашты.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Рәшит Назаровтың шиғырҙары менән сараны йәмләне.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар «Йөрәгемә бөтә донъя һыйҙы...» күргәҙмәһе менән танышты. Унда Рәшит Назаровтың архив документтары – хаттар, ҡулъяҙмалар, баҫылған әҫәрҙәре ҡуйылғайны. Төрөмбәт ауылынан Гөлфиә Ханнанованың сигелгән шиғырҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

 

Хәҙер районда уның музейын булдырыу буйынса эш алып барыла. Шулай уҡ быйыл шағир исемендәге премия булдырыласаҡ. Туғандары тәүге премияны ағайҙарының ижадын өйрәнгән, популяштырған шағир Риф Мифтаховҡа тапшырылырға тейеш, тип теләк белдерҙе.

Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәренә яҡташ шағирыбыҙҙың хөрмәтенә, уның иҫтәлегенә арнап ҙур эштәр алып барғаны, шундай йөкмәткеле, йылы осрашыу ойошторғаны өсөн рәхмәт. Артабан да эшегеҙҙә ижади уңыштар, именлек теләйбеҙ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: