Рух
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель , 18:20

19 апрель - Умырзая көнө

Һәр йыл һайын ошо көндө яҙғы матур байрам - Умырзая көнө билдәләнә. Ул - сафлыҡ билдәһе. Ҡар аҫтынан иң беренсе баш ҡалҡытҡан сәскә беҙҙең һаҡлауға ла мохтаж. Мәрхәмәтле булайыҡ, тәбиғәттең биҙәктәрен һаҡлайыҡ! Иғтибарығыҙға Минира Бикәнәсованан шиғыр тәҡдим итәбеҙ! 

19 апрель - Умырзая көнө
19 апрель - Умырзая көнө

Умырзая
Аҡ биләүҙән сыҡҡан сабыймы ни
Тәбиғәттең әлеге мәле,
Ер-Әсәнең наҙлы ҡосағында
Иркәләнеп үҫәһе әле.
Күҙ йәштәре даръя булып аҡһа-
Мөлдөрәмә тула йылғалар!
Илап туйғас, бер йылмайып ҡуйһа-
Яҡтырып та китә донъялар!
Бөрө-күҙен аса тал-сыбыҡтар,
Морон төртә йәшел үләндәр,
Яландарға,баҫыу -ҡырҙарына
Шифалы дым бөркөр үҙәндәр.
Ҡошҡайҙарҙың моңло ауаздары
Сафлыҡ өҫтәй беҙҙең күңелгә.
Ошо тамашаны хайран итеп
Умырзая сыҡҡан күрергә…

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: