Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Апрель , 10:46

МОРАҘЫМ АУЫЛЫНДА ҮТКӘН БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ МИЛЛИ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫНДА УЙНАУСЫЛАР БӘЙГЕҺЕНЕҢ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ

Ҡурайсылар, ҡумыҙ һәм думбырала уйнаусылар барыһы ла яҡшы әҙерлек кимәле күрһәтте. Шулай ҙа бәйге булғас, еңеүселәр ҙә була.

МОРАҘЫМ АУЫЛЫНДА ҮТКӘН БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ МИЛЛИ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫНДА УЙНАУСЫЛАР БӘЙГЕҺЕНЕҢ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ
МОРАҘЫМ АУЫЛЫНДА ҮТКӘН БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ МИЛЛИ МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫНДА УЙНАУСЫЛАР БӘЙГЕҺЕНЕҢ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ

Ярыш йомғаҡтары буйынса 12 йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се урын-Илмир Тәминдаровҡа (Усман ауылы), 2 – се урын-Әмир Абдрахмановҡа (Талбазы ауылы), 3 – сө- Ислам Ғәликәевҡа (Ғафури районы Сәйетбаба ауылы) бирелде. Ҡыҙҙар араһында иң йәш ҡурайсы Әҙилә Аҙнабаева махсус приз алды.

17 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында Рамаҙан Садиҡов (Әлшәй районы Раевка ауылы), Илһам Рәхимов (Ғафури районы Сәйетбаба ауылы), Роман Платонов (Талбазы ауылы) еңеү яуланы.

17 йәштән өлкән ҡурайсылар араһында Фәим Ғайсин (Талбазы ауылы)- 1–се, Самат Усманов (Раевка ауылы)- 2–се, Шамил Ғәлиев (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) 3-сө урын алды.

Балалар ансамблдәре лә яҡшы әҙерлек күрһәтте, улар араһында Әлшәй районының «Рамаҙан» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Наил Садиҡов) 1-се, «Дуҫлыҡ» ансамбленең йәш составы (етәксеһе Фәим Ғайсин) 2-се, Ғафури районы Сәйетбаба ауылы ансамбле (етәксеһе Илһам Байбулдин) 3-сө урын. 17 йәшкә тиклемге һәм унан өлкән ансамблдәр араһында «Дуҫлыҡ» ансамбле (рук.Ф.Ғайсин) еңеүсе булды, ә мораҙымлылар 2-се урынды биләне (етәксеһе Илнур Нәҙершин). Мораҙым ҡурайсылар ансамбле составында Михайловка ауыл советы башлығы Венер Гузин да ҡатнаша.

 

17 йәшкә тиклемге ҡумыҙсылар араһында 1-се урынды Дим Хәбибуллин (Мораҙым ауылы) һәм Мораҙым ауылы ҡумыҙсылар ансамбле (етәксеһе Гөлназ Фәйзуллина). Ә конкурстың төп бүләген - Гран-приҙы Өфө ҡалаһынан студент Артур Һатлыҡов яуланы. Ҡурайҙа оҫта уйнай һәм халыҡ йырҙарын бик яҡшы башҡара.

Наградалар тапшырыу тантанаһында район башлығы Арслан Шәһәретдинов та ҡатнашты. Ул был проекттың халыҡ традицияларын һаҡлауға индергән өлөшөн билдәләне һәм был конкурстың яңы кимәлгә сығырға, географияһын киңәйтергә тейешлеген билдәләне. Ойоштороусылар филология фәндәре докторы, Башҡортостан фәндәр Академияһының почетлы академигы, яҡташтары Фәнүзә Нәҙершинаға конкурсанттарға бүләккә китаптарын тапшырған өсөн рәхмәтле. Бөтә еңеүселәргә бүләктәр, почет грамоталары, ойоштороусыларға һәм бағыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: