Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель , 17:13

Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңдары күңелдәрҙе арбаны

Мораҙым ауылында «Тынмаһын халҡым моңдары» исеме аҫтында башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар бәйгеһе үтте. Был сара үткән 2023 йылда беренсе тапҡыр Түрһәгәҙе ауылында ойошторолғайны.

Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңдары күңелдәрҙе арбаны
Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңдары күңелдәрҙе арбаны

Бәйге Меңдәрҙең ҡурайсылары иҫтәлегенә, шулай уҡ билдәле шәхестәре хөрмәтенә бағышланды.

Милли музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығында көс һынар өсөн Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан, Ауырғазы, Әлшәй, Ғафури райондарынан ҡырҡҡа яҡын конкурсант ҡатнашты. Улар араһында моң серҙәренә күптән түгел төшөнә башлаусыларҙан алып тәжрибәлеләренә тиклем бар ине.

Сара «Урал» халыҡ йыры менән асылды. Башҡорт халҡының гимны булған көйҙө саҡырылған ҡунаҡ, баһалама ағзаһы, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы, Башҡортостандың әйҙәүсе ҡурайсыларының береһе, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Юлай Ҡасимов ҡурайҙа башҡарҙы.

Баһалама рәйесе, Рәсәй фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, Түрһәгәҙе ауылы ҡыҙы Рәфилә Зинурова барыһын да тәбрикләп, бәйгеселәргә уңыштар теләне.

Мораҙым ауылының Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә бер-бер артлы ҡатнашыусылар күтәрелде, ҡурайҙың серле моңон хисле думбыра йәки тыныс һәм сихри ҡумыҙ алыштырҙы.

Думбыра сәсәндәрҙең музыка ҡоралы булып иҫәпләнгән. Йыйындарҙа эпостар, ҡобайырҙар башҡарылған. Ғафури районынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Илһам Байбулдиндың думбырала уйнауы һоҡландырҙы. Ул үҙе лә думбыралар яһау оҫтаһы икән.

Иң оло ҡатнашыусы Түрһәгәҙе ауылы аҡһаҡалы Ҡәнзәфәр Ғәлиевҡа 74 йәш. Ул, һәр ваҡыттағыса, өс төрлө музыка ҡоралы менән сәхнәгә сыҡты. Һәр көйҙө башҡарыр алдынан унда ниндәй өндәр, тәбиғәттәге ниндәй тауыштарҙы ишетергә мөмкин икәнлеген аңлатып бирә ул. Аттар сабамы, шишмәләр сылтыраймы, бөркөттәр саңҡылдауы, төрлө ҡоштар һайрауы йә далала ҡылған елгә тирбәлеүе ишетеләме...  Үҙе һәр нәмәнән моң, гүзәллек тапҡан Ҡәнзәфәр Мөғин улы рухлы булырға, телде, тарихты онотмаҫҡа өндәй.

 

Иң күбе ҡурайсылар булды. Ансамблдәр сығышы ла күңелгә ятты. «Дуҫлыҡ» ансамбленең етәксеһе Фәим Ғайсин кескәйҙәрҙән дә яңы состав йыйған. Һигеҙ-туғыҙ йәшлектәр бар араларында. Талбазы ауылынан Әҙилә Аҙнабаева исемле ҡыҙ ҙа дәртләнеп ҡурай серҙәренә төшөнә.

Өлкәнерәк йәштәгеләр араһында Өфө ҡалаһы егете Артур Һатлыҡовты айырып әйтеп үтке килә, студент егет ҡурайҙа көслө уйнаны, халыҡ йырын оҫта итеп йырлап та ишеттерҙе.

Ҡумыҙ менән Мораҙым ауылынан Дим Хәбибуллин һәм ошо уҡ ауылдың ҡумыҙсылар ансамбле ҡатнашты.

Бәйге яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Артабан да халыҡ моңона иғтибар етерлек булһын, тағы ла яңы таланттар асырға булһын. Ойоштороусыларға, бағыусыларға афарин!

Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңдары күңелдәрҙе арбаны
Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңдары күңелдәрҙе арбаны
Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңдары күңелдәрҙе арбаны
Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңдары күңелдәрҙе арбаны
Ҡурай, ҡумыҙ, думбыра моңдары күңелдәрҙе арбаны
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: