Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель , 20:27

«Шатлыҡ»тарҙан шатлыҡлы хәбәр

Ошо көндәрҙә үткән «Созвездие России» халыҡ-ара фестивале «Шатлыҡ» өлгөлө бейеү ансамбленә тағы еңеүҙәр килтерҙе.

«Шатлыҡ»тарҙан шатлыҡлы хәбәр
«Шатлыҡ»тарҙан шатлыҡлы хәбәр

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙ эшенең оҫтаһы Альбина Йәлилованың ансамбле был бәйгелә I дәрәжә лауреаты булды.

Ансамблдең һәр ҡатнашыусыһы талантлы. Шулар араһынан Камилла Хисамова I дәрәжә, Самира Харисова менән Азалия Батауллина II дәрәжә лауреаттары исеменә өлгәште. Еңеүселәргә кубоктар, диплом, грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды.

Афарин, бейеүселәр! Алда тағы ла еңеүҙәр көтөп торһон!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: