Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель , 21:20

Өләсәй һандығында ниҙәр бар?

Мораҙым ауылының мәҙәниәт йортонда ауыл ағинәйҙәре һәм уҡыусылар өсөн "Өләсәйем һандығы" исемле фольклор байрамы үткәрелде.

Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?

Байрам милли әйберҙәр менән биҙәлгән балалар бүлмәһендә үтте. Оҫта ҡуллы Әлфинур Смакова, Нурия Ильясованың ҡул эштәре менән бик матур күргәҙмә ойошторолдо.

Фәрзәнә апай Килдина һандыҡтағы ҡомартҡылар: камзул, милли кейемдәр, ҡашмау, сәсмәүерҙәр тураһында һөйләне. Килен булып төшкән ваҡытта ҡыҙҙарға бирнәгә тип йыйылған нәмәләрҙе күрһәтте. Ошо ҡомартҡыларҙың тарихын, ҡулланылышын да аңлатты. Ҡыҙҙар ҡупшы биҙәнеү кейемдәрен дә кейеп ҡаранылар.
Ағинәйҙәр балаларға "Ирәндек", "Алтын балыҡ", "Бал ҡорттары" исемле башҡорт халыҡ әкиәттәрен дә һөйләне. Сара бик матур һәм сағыу үтте. Балалар халҡыбыҙҙың бай көнкүреш, мәҙәни мираҫы менән танышты.

Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Өләсәй һандығында ниҙәр бар?
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: