Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель , 12:21

Өфөгә – яңы тәьҫораттар артынан

Бөгөн Ауырғазы районының бер төркөм хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙары һәм ир-аттары башҡалабыҙ Өфөгә бер көнлөк турға юлланды.

Өфөгә – яңы тәьҫораттар артынан
Өфөгә – яңы тәьҫораттар артынан

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы буйынса ойошторолған Өфөнөң тарихи үҙәге  буйынса экскурсияла улар ҡаланың тарихы, боронғо мәҙәниәте, археологик асыштары менән танышасаҡ.

Ленин һәйкәлен ҡуйыу тарихы, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһын тәүҙә нисек атарға теләгәндәр, « Ҙур Себер ҡунаҡханаһы» ҡайҙа урынлашҡан, сармат алтынының иң ҙур коллекцияһы ни өсөн нәҡ Өфөлә һаҡлана – ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тураһында хәбәрҙар булып, әлбиттә, билдәле урындарҙы күреп ҡайтасаҡтар. Ботаника баҡсаһында булып, «Нур» театрында спектакль ҡарап, бай тәьҫораттар менән яҡшы кәйефтә йөрөп ҡайтырҙар, тип ышанабыҙ.  

Өфөгә – яңы тәьҫораттар артынан
Өфөгә – яңы тәьҫораттар артынан
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: