Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март , 09:49

КИТАПХАНАЛА ОСРАШЫУ

«Хыялдарҙа беҙ һәр саҡ бәхетле» тип аталды шиғриәт көнөнә арналған кисә. Ауырғазы район китапханаһында үткән был сараға йөрәк һүҙҙәрен әйтергә шағирҙар, шиғриәткә битараф булмаған тамашасылар йыйылды .

КИТАПХАНАЛА ОСРАШЫУ
КИТАПХАНАЛА ОСРАШЫУ
  • Солтанморат ауылында тыуып-үҫкән, хәҙерге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад иткән, аһәңле шиғырҙары менән әсир итеүсе Рәсим Рәхмәтулланың оло юбилейы айҡанлы тәбрикләү һүҙҙәре, йылы теләктәр әйтелде. Райондың «Зәңгәр шишмә»әҙәби берләшмәһе ағзалары Эльверт Хаматшин, Вәрис Акбашев, Илүзә Шәмсетдинова, Виктор Барбазюк һәм башҡа ижадсылар ҡатнашты.
  • Сарала башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә шиғырҙар яңғыраны. Стәрлетамаҡ яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе Римма Ғәлимова юбилярҙы ҡотлап үҙенең шиғырҙарын һөйләне. Нина Алексеева- сыуаш телендә ижад итеүсе, уға Сыуаш республикаһының яҙыусылар союзы ағзаһы танытмаһы тапшырылды.
  • Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Булат Баһауетдинов Рәсим Ришат улына Рәхмәт хаты тапшырҙы, китапхана директоры Айгөл Ғәзиева кисәлә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, киләсәктә эшләнәсәк эштәр менән таныштырҙы.
  • Рәзинә Саттарова, Гөлназ Иҙрисова, Зөлфиә Сидорова башҡарған моңло йырҙар сараға йәм өҫтәне.

Минира БИКӘНӘСОВА.

Автор:
Читайте нас: