Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Март , 16:14

ШАҒИР ҮҘЕ ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ...

Төрөмбәт мәктәбендә Өфө ҡунаҡтары менән матур йөкмәткеле кисә үтте. Ул Бөтә донъя шиғриәт көнөнә, шағир Рәшит Назаров ижадына һәм тормошона бағышланды. “Секундҡа мәңгелек һыйһын, нөктәгә – бөтә Ғаләм” кисәһен Милли әҙәбиәт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зөлфирә Ҡарағужина йәнле итеп алып барҙы.

ШАҒИР ҮҘЕ ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ...
ШАҒИР ҮҘЕ ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ...

Һәр кемдең балаларға һөйләрлек матур хәтирәләре етерлек булды. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Искәндәриә үҙенең бәләкәй саҡта уҡ, әле “р” өнөн йүнләп әйтә лә белмәгәндә ҡаймаҡ айыртҡан мәл тураһында шиғыр юлдарына һалып һөйләп йөрөгәне тураһында ҡыҙыҡ итеп бәйән итте. Урамда бәләкәй ҡыҙсыҡтың бантиклы толомдарын елберҙәтеп, яңғыратып шиғырын кешеләргә һөйләүе күҙ алдына баҫты.  Шулай итеп, баласаҡтан уҡ һәр күренеште рифмалап, ижадҡа ылығып китә. Тамара Ишбулды ҡыҙы шиғырҙарын да уҡып күрһәтте. Рәшит Назаровҡа килгәндә, уның ижадының башҡорт шиғриәтен бик ныҡ алға этәреүе, яңы үргә күтәреүе тураһында әйтеп китте.

Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәтулла Юлдашев та үҙенең ижад емештәрен уҡып ишеттерҙе. Баҡтиһәң, ул һәр ерҙә үҙенең аҙашын эҙләй икән! Бында ла уның исеме менән малайҙар булманы шул... Барҙыр әле ул “Хисмәт” йәки “Хисмәтулла”лар төбәгебеҙҙә, исеме менән булмаһа ла, шундай уҡ лирик күңеллеләре табылмай булмаҫ.

Һине күрмәй китмәм был донъянан,

Китә алмаҫһың, ахыры, һин минһеҙ, - тигән юлдарҙың Рәшит Назаровҡа бағышланғанын әйтеп үтте Йәшлек” журналисы Гөлнур Ҡыуатова, был һүҙҙәр, ысынлап та шиғриәткә мөкиббән кешеләрҙең күрәҙәсәлек һәләте булғанына инандыра, тине шағирә. Рәшит Сәйетбаттал улының йәшлек мөхәббәте яҙған юлдар улар, икеһенең дә яҙмыштары бер төрлөрәк була. Улар шағирҙың вафаты алдынан осрашып, баҡыйлыҡҡа күскәндәр. 

Шағирә, ғалимә, “Ағиҙел” журналының хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ, Мораҙым ауылы ҡыҙы Луиза Кирәева ла үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Төрөмбәт ерендә тыуып үҫеп, шунан ижадына илһам алған Рәшит Назаровтың әҫәрҙәре юғары баһалана. Был турала барыһы ла бер тауыштан раҫлай. Әсхәл-Әхмәт Хужаға яҙған хатында Рәшит Назаров үҙенең “Йөрәк” шиғыры тураһында бына нимә яҙа: “Стәрлетамаҡта йәш шағирҙар семинарында булғанһығыҙ икән. Үҙегеҙҙең газетағыҙҙа анау минең “Йөрәк” шиғырын баҫтырып сығарғанһығыҙ. Уны бит мин былай ғына һыҙғыслап ҡуйғайным, әлегә баҫмай торһағыҙ ҙа булыр ине”, - тигән фекере бар. Юғары ижад өлгөһө тип һанаған шиғырҙы ул үҙе шулай баһалаған.

Шағирҙың ҡулъяҙмаларынан, баҫма шиғырҙары тупланған папкаларҙан, уның тураһындағы мәҡәләләрҙән күргәҙмәне балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Ә инде уҡыусылар ҡунаҡтарға Рәшит Назаров шиғырҙарын кемуҙарҙан һөйләп күрһәтте. Уҡытыусылары менән бергә “Йөрәк” шиғырына яҙылған йырҙы ла йырлап ишеттерҙеләр. Балаларҙың ихласлығы, үҙҙәренең бөйөк шағир ерендә йәшәүҙәренә ғорурлығы йөҙҙәрендә.

ШАҒИР ҮҘЕ ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ...
ШАҒИР ҮҘЕ ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ...
ШАҒИР ҮҘЕ ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ...
ШАҒИР ҮҘЕ ҠОРҒА ЙЫЙҘЫ...
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: