Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Февраль , 20:00

ИТЕКӘЙҘӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ ЭСКЕРҺЕҘ

Бына ошо көндәрҙә Иҫке –Итекәй ауылының уңған, рухлы, сәмле ҡатын-ҡыҙҙары утыҙға яҡын пар ойоҡбаш бәйләп, алғы һыҙаттағы яҡташтарға оҙаттылар.   

ИТЕКӘЙҘӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ ЭСКЕРҺЕҘ
ИТЕКӘЙҘӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ ЭСКЕРҺЕҘ

Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит халыҡ. Ошо илдәге бик ауыр осорҙа бер-береңә терәк булһаң ғына ауыр, башҡарып сыҡмаҫлыҡ эш тә еңел тойола. МХО –ла ҡатнашҡан һәр бер һалдат өсөн көйөнмәгән, хәсрәтләнмәгән кеше юҡтыр ул беҙҙең арала.

Бына ошо көндәрҙә Иҫке –Итекәй ауылының уңған, рухлы, сәмле ҡатын-ҡыҙҙары утыҙға яҡын пар ойоҡбаш бәйләп, алғы һыҙаттағы яҡташтарға оҙаттылар.   Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар, тип  улар кистәрен йыйылып, күңел йылыһын һалып, доғалар уҡып, кемелер тетте, кемелер иләне, сиратты, бәйләне, ә кемелер  изге һүҙҙәрен шиғыр юлдарына күсереп, ойоҡбаштар эсенә һалып, теҙә барҙы.

    Еңеү өсөн көрәш һуғыш яланында ғына түгел, тылда ла бара. Иҫке-Итекәй халҡы бөтәһе лә МХО өсөн, барыһы ла еңеү өсөн, тигән девиз менән йәшәй. Уларҙың бындай ҙур ярҙамы беренсеһе генә түгел.

Ошо изге эштә ҡатнашҡан гүзәл заттарға иң йылы теләктәрҙе еткерәһе килә: доньялар тыныс булһын, аяҡ-ҡулдары һыҙлауыҙ булһын, гел шундай күтәренке күңелле булһындар. Ошондай көслө рухлы ҡатын-ҡыҙҙар булғанда беҙҙе бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс та, ауырлыҡ та һындыра алмаясаҡ. Алға, тик алға!!!!

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,

 Талбазы ауылынан

башҡорт теле уҡытыусыһы.

ИТЕКӘЙҘӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ ЭСКЕРҺЕҘ
ИТЕКӘЙҘӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ ЭСКЕРҺЕҘ
ИТЕКӘЙҘӘРҘЕҢ ЯРҘАМЫ ЭСКЕРҺЕҘ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: