Ул текстиль менән эшләү алымдарының күбеһен ҡуллана: ҡорама тегеү һәм кейеҙ баҫыу, декоратив тегеү, ырғаҡ менән бәйләү, гобелен, ҡулдан туҡыу һәм үреү, төйөн менән буяу һәм туҡыма буйынса биҙәү, аппликация, фелтинг һәм каучинг техникалары, йыш ҡына ҡатнаш техника ҡуллана.
Сығышы менән Әлфиә Әнүәр ҡыҙы Кешәнле ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Әнүәр Ғәббәс улы һәм Хәйәт Тимербулат ҡыҙы Ғиләжетдиновтарҙың дүрт балаһының иң өлкәне һәм берҙән-бер ҡыҙҙары, әсәһенең ярҙамсыһы. Атаһы һүрәт төшөрөү менән мауыға. Ә өләсәһе менән әсәһе сигеү сәнғәтен үҙ иткән була. Әлфиә лә бәләкәйҙән ҡул эштәренә мөкиббән китә. Өфө 2-се педагогия колледжының «Һынлы сәнғәт һәм һыҙма» бүлеген һайлай. Рәхәтләнеп уҡый, колледжды ҡыҙыл диплом менән тамамлай һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетының художество-графика факультетында белем алыуын дауам итә.
Әлфиә Әнүәр ҡыҙы күп йылдар үҙе уҡыған колледжда рәсем, һүрәт, һуңынан батик һәм гобелен техникаларын уҡыусыларға өйрәтә, хәҙер Алексей Кузнецов исемендәге 1-се сәнғәт мәктәбендә һәм Мөхәмәтғәли Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса дәрестәр алып бара. 2004 йылдан биҙәү-ғәмәли сәнғәт өлкәһендә әүҙем ижади эшмәкәрлеген башлай. Яратҡан сюжеттары - абстракт композициялар, шул иҫәптән халыҡ легендалары һәм риүәйәттәр мотивтары менән орнаменталь биҙәктәр, тәбиғәттең реаль формаларының стилләштерелгән мотивтарын ҡуллана.
Сара аҙағында оҫтабикә Зөлфиә Сидорованан беләҙектәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн биҙәүес-талисман яһаны.
Ауырғазы үҙәк китапханаһы сайтындағы мәғлүмәт ҡулланылды.
Фото: шул уҡ сайттан.